Ваҡытынан иртә ҡартаймайыҡ!09.08.2013
Кешенең ғүмерен ҡыҫҡартыусы сирҙәр ифрат күп. Уларҙың һанын байтаҡҡа кәметеп була, тип иҫәпләй ғалимдар.

Медицина бөгөн ғәжәйеп мөмкинлектәргә эйә: гендарҙы өйрәнеп, бер нисә йылдан ниндәй сирҙәргә юлығыу ихтималлығын күҙаллау хәҙер хыял түгел инде. Ҡайһы бер яман шеш төрҙәренең, гипертония, шәкәр диабеты, Альцгеймер, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең үҫеше өсөн яуап биреүсе гендар хаҡында ғалимдар яҡшы хәбәрҙар. Генетик хәүефте йәш саҡта асыҡлағанда күп ауырыуҙарға юлыҡмаҫ та инек. Нимә һеҙгә файҙалы йәки зарарлы булыуын гендар әйтеп бирәсәк. Ҡулығыҙға ғүмер оҙайлылығын арттырыу программаһын алаһығыҙ тигән һүҙ. Ҡартайыуға ҡаршы йүнәлештә эшләүсе клиникалар байтаҡ сит илдәрҙә бар, һуңғы осорҙа улар Рәсәйҙә лә күренә башланы.
Өлкәнәйгән һайын "һеҙҙең организмға шуныһы етмәй, быныһы аҙ" тигәнде йыш ишетергә тура килә. Микроэлементтар, витаминдар, гормондар ҡытлығы һиҙелә. Организмды кәрәк матдәләргә туйындырыуҙың ике юлы бар. Беренсеһе — кемгә нимә етмәүен, асыҡлайбыҙ, өҫтәйбеҙ: ҡатын-ҡыҙға — эстроген, ир-атҡа — тестостерон, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғандарға — мелатонин... Икенсе юл — төп ағзалар һәм системалар эшмәкәрлеген үҙҙәре кәрәкле матдәләрҙе тейешле кимәлдә етештереп сығарырлыҡ итеп көйләү һәм тергеҙеү. Тәбиғи биорегуляторҙарҙың ғүмерҙе оҙайтыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булыуы яҡшы өйрәнелгән. Кешенең баш мейеһендә мелатонин (биоритмдарҙы көйләүсе мөһим гормон) етештереүсе биҙҙәрҙең ҡартайыуға ҡаршы тороусанлығы билдәле. Баш мейеһенән бүлеп сығарылған пептидтарҙы файҙаланыу һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән яфаланған ауыр хәлдәге кешеләр араһындағы үлем осраҡтарының ике тапҡырға кәмеүе ғалимдарҙы ла шаҡ ҡатырған. Пациенттарҙың һөйәк туҡымаһы уңалған, ҡан баҫымы һәм мелатонин кимәле нормалләшкән. Маймылдар менән үткәрелгән тәжрибәләр иртә ҡартайыуҙан дарыу барлығын раҫлаған. Ҡарт маймылдарҙың күҙ алдында йәшәреүен ысын мәғәнәһендә медицина ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк. Әммә, ҡайһы бер белгестәрҙең иҫкәртеүенә ҡарағанда, биорегуляторҙар сирҙең башланыу мәлендә генә тәьҫирле, барыһынан да элек сәләмәт тормошҡа өмөт бағлау хәйерле.
Ваҡытынан алда ҡартаймау өсөн ниндәй кәңәштәрҙе иҫтә тотоу кәрәк? Ғалимдарҙың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ:
— Кеше репродуктив функцияһын ни тиклем оҙағыраҡ һаҡлай, шунса яҡшыраҡ. Киләсәктә перинаталь диагностика, генетик тестар үткәреү алғы планда торасаҡ. Бөтә сирҙәрҙе лә иҫкәртеү мөмкин.
— Даими көсөргәнеш, оҙайлы стресс һаулыҡты бөтөрә. Ә ҡыҫҡа стресты хатта файҙалы тип әйтергә була (асығыу, күнегеүҙәр, медитация), был саҡта организмдың һаҡлаусы механизмдары уяна, күп кенә молекуляр процестар хәрәкәткә килә.
— Төндә йоҡлағыҙ. Мотлаҡ ҡараңғы бүлмәлә. Һеҙҙе иртә ҡартайыуҙан мелатонин гормоны һаҡлаясаҡ.
— Аҙнаһына бер көн ашау-эсеүҙән тыйылыу — оҙайлы ғүмергә бер аҙым.
— Даими физик көсөргәнеш, эш ғүмерҙе уртаса алты-туғыҙ йылға оҙайта.
— Беҙ оҙаҡ йәшәргә хыялланабыҙ, әммә үтә ялҡаубыҙ: нисек туҡланыуыбыҙҙы күҙәтмәйбеҙ, спорт менән шөғөлләнмәйбеҙ. Беребеҙ ҙә оҙон ғүмер, һау-сәләмәт йәшәү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға теләмәй.
— Тормош сифатын төрлө сирҙәр түбәнәйтә. Юғары кимәлдәге белем, социаль һәм физик әүҙемлек, яҡшы ғәҙәттәр, күтәренке кәйеф, тыныс йоҡо — оҙайлы ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ нигеҙе.
— Кеше үҙенең кәрәклеген, файҙалы булыуын тоя икән, тимәк, ул оҙаҡ йәшәйәсәк. Пенсияға сығырға ашыҡмаусылар ота.


Вернуться назад