Башҡорт телен өйрәнәбеҙ27.12.2011
Башҡорт телен өйрәнәбеҙТелевизор аша Ай, Дим һәм Светик менән бергә башҡорт телен өйрәнеүселәр көндән-көн арта. Улар араһында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә байтаҡ. Быйыл Өфөлә уҙған “Ер һәм кешеләр” халыҡ-ара кино фестивалендә “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” тапшырыуы абруйлы жюри ағзаларының күңеленә лә хуш килде һәм “Балалар өсөн иң яҡшы тапшырыу” номинацияһында I урынды яуланы.
Конкурсҡа “Мөхәммәт пәйғәмбәр – һуңғы пәйғәмбәр”, “Салауат Юлаев” хоккей клубы”, “Урал батыр” эпосы”, “Башҡорт һағыҙы” тигән тапшырыуҙар тәҡдим ителгәйне. Уларҙы Интернет менән бәйләп, заманса эшләү хуплау тапты. Музыкаль биҙәлештең, сценарийҙарҙың һәм текстарҙың профессиональ кимәлдә булыуы ла юғары баһаланды. Әйткәндәй, һәр береһе ҡыҫҡа спектаклгә торошло тапшырыуҙарҙың сценарийын Айгөл Үтәгәнова-Сиражетдинова, Гөлфиә Назарова яҙа, шулай уҡ Зөһрә Бураҡаева, Зөлфиә Күскилдина, Таңсулпан Ғарипова, Шәүрә Шәкүрова, Кристина Андрианова, Татьяна Краснова кеүек авторҙар йәлеп ителгән. Текстарҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары Рәмилә Ҡобағошова (Ай), Светлана һәм Альберт Имаметдиновтар (Светик, Дим) уҡый.
2009 йылдың октябренән эфирға сығыусы тапшырыу – башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы бойомға ашырыу маҡсатында республикабыҙ Хөкүмәте хәстәрлеге менән башланған эш. Телевизион дәрес тәүге көндән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәре программалары буйынса әҙерләнә. Һалынған тырышлыҡ бушҡа китмәһен, һуңынан тапшырыуҙарҙы мәктәп уҡытыусылары дәрестәрҙә ҡулланһын, тип теләй ижади төркөм. Шул ниәттә башҡорт батырҙары, тыуған яҡтың тәбиғәт ҡомартҡылары, арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ, тарихи шәхестәребеҙ, милли аш-һыуыбыҙ, фольклор темалары яҡтыртыла.
— Башҡорт телен республикабыҙҙың дәүләт каналы аша өйрәтеү телебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың бәҫен күтәрә. Быны Хөкүмәтебеҙҙең дөрөҫ сәйәсәте һөҙөмтәһе тип билдәләргә кәрәк, – ти “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” проектының етәксеһе Хәбирә Хәмиҙуллина.


Вернуться назад