Яралай ҙа, дауалай ҙа...09.08.2013
Яралай ҙа, дауалай ҙа...Мәрйәм, урта йәштәрҙәге ҡатын, дауаханаға килде, табиптарға "йөрәгем ауырта, шулай үлеп китермен инде", тип зарланды. Һораша торғас, түбәндәгеләр асыҡланды.

Бынан бер нисә йыл элек, ниндәйҙер сәбәп килеп сығып, Мәрйәм бағымсы ҡатынға барған. Тегеһе, кәрттәрен өҫтәлгә һалып: "Һинең йөрәгең үрмәксе ауы кеүек — үлеп киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың", — тигән. Мәрйәм: "Мин сәләмәт", — тип яуап ҡайтарған. Әммә бағымсы үҙенекендә торған: "Әле шап-шаҡтай булһаң да, һуңынан ауырый башларһың. Минең әлегә ҡәҙәр яңылышҡаным булманы".
Урамға сығыу менән Мәрйәмдең хәле насарлана, йөрәге ҡыҫа башлай. Өйөнә ҡайтып еткәс тә аяҡтан йығыла. Шул көндән алып ул үлем тураһында ғына уйлай.
...Әнәс исемле йәш кенә егет дауаханаға килгәс, табип уға, "һин юғары ҡан баҫымынан интегәһең, ахырыһы, хәлең шәптән түгел", тигәнерәк һүҙҙәр ысҡындырғылай. Һуңынан был диагноз дөрөҫләнмәһә лә, егет гипертония тураһында яҙылған мәҡәләләр, китаптар менән ҡыҙыҡһына башлай һәм... ысынлап та, шул сир менән ауырып китә.
Бына ниндәй ауыр хәлдәргә тарыта ул белмәй һөйләү. Яҡшы һүҙ — йән аҙығы, тиҙәр. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип тә әйтәләр.
Урамда йә иһә башҡа берәй ерҙә: "Төҫөң киткән, әллә ауырыйһығыҙмы"? — тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әгәр ҙә ниндәй ҙә булһа сир яфалағанын һиҙеп ҡалһалар, таныш-белеше, уны асыҡларға тырышып, төрлө кәңәш бирә. Шулай итеп ауырымаһаң да ауырып китерһең. Нилектән тиһегеҙме? Был күңелһеҙ һүҙҙәр мейелә оҙаҡ һаҡланыусан була, кеше уларҙы иҫенән сығармай, үҙенең сире тураһында ғына уйланып йөрөй. Тора-бара нервы күҙәнәктәре ҡаҡшай, боҙола.
Ләкин үҙ-үҙеңде ышандырыуҙың яҡшы яҡтары ла бар. Әгәр ауырыу үҙенең сире тураһында артыҡ уйланмаһа, киреһенсә, һауығыуына ышанып йәшәһә, ул ауырлыҡты тиҙерәк еңеп сығасаҡ. Шулай итеп, үҙ-үҙеңде ышандырыу, бер яҡтан, организмды нығыта, икенсе яҡтан, сирҙе еңергә ярҙам итә. Бик күптәр сирҙе эләктереүҙән ҡурҡып ҡына ауырып китә. Бына шуға күрә лә, иптәшеңдә сир билдәләрен һиҙһәң дә, килешмәгән һүҙҙәр әйтеп, ярамаған кәңәштәр бирмә.
Иң яҡшыһы шул: әгәр ауырыйһығыҙ икән, таныш-белешегеҙгә һөйләп йөрөмәгеҙ, көсөгөҙгә ышанып, үҙегеҙҙе тота белергә өйрәнегеҙ. Кәрәк икән, табипҡа күренегеҙ. Онотмағыҙ: һүҙ кешене яралай ҙа, дауалай ҙа...


Вернуться назад