“Күңел — игенлек, унда изгелек орлоҡтары сәсергә кәрәк”09.08.2013
“Күңел — игенлек, унда изгелек орлоҡтары сәсергә кәрәк”Изге Рамаҙан айы тамамланып, кисә тотош мосолман халҡы Ураҙа ғәйетен билдәләне. Байрамдан алған матур, ыңғай тәьҫораттар менән, илебеҙҙә, республикабыҙҙа дини тәрбиәгә иғтибар артыуына ихлас һөйөнөп, Шәүүәлгә аяҡ баҫтыҡ.
Халҡыбыҙҙың иманға ҡайта башлауы нимә менән бәйле? Республикабыҙ мосолмандары изге Рамаҙан айында фарыз ителгән ғәмәлдәрҙе нисек атҡарып сыҡты? Ауыл мәсеттәренең хәле ҡәнәғәтләнерлекме? Йәштәрҙе уҡытыу эше нисек алып барыла? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.

Юғалғанды ҡайтарыу еңел булмаһа ла...

— Нурмөхәмәт хәҙрәт, йәмғиәттә дингә иғтибарҙың артыуын нисек баһалайһығыҙ?
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Әлхәмдү лил-ләһ, халҡыбыҙ Исламда 11 быуаттан ашыу ғибәҙәттә. Ошо дәүер эсендә ниндәй генә үҙгәреш булмаған, күпме батша алмашынған, тормошҡа ҡарата фекерҙәр үҙгәргән, әммә динебеҙ күҙ ҡараһылай һаҡланып, быуындан быуынға еткерелә килгән, йәшәйешебеҙгә күркәм өлөшөн индергән. Хатта ки уҙған быуаттың 30-сы йылдарында, һуғышсан атеизм мәлендә, ҡайһы бер инәй-бабайҙарҙың йәшереп булһа ла ураҙа тотоуы хаҡында ишетеп, уҡып беләбеҙ. Улар, балаларына Исламдың барлыҡ тәғлимәтен еткерә алмаһа ла, нигеҙҙәрен булһа ла аңлатҡан, Аллаһ Тәғәләнең раббы икәнлеген төшөндөрөргә тырышҡан.
Ә инде уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, илдә яңы ҡоролошҡа нигеҙ һалынған мәлдә, халҡыбыҙҙың милли, дини аңы уяна башланы, күңелдәрҙә тарихи нигеҙгә әйләнеп ҡайтыу теләге тыуҙы. Әммә был юл бер-ике генә көнлөк ара түгел. Юғалғанды ҡайтарыу бер ваҡытта ла еңел бирелмәй. Шулай ҙа әкренләп алға барабыҙ: хәҙер һәр ауылда тиерлек мәсет бар, булмағандарында төҙөргә ниәтләйҙәр. Гәзит-журнал, радио-телевидениела ла Исламдың рухи ҡиммәттәре, һаулыҡҡа, рухи сәләмәтлеккә, ғаиләнең ныҡлығына, тормоштоң именлегенә ыңғай тәьҫире хаҡында йөкмәткеле, файҙалы мәҡәләләр, тапшырыуҙар донъя күреп тора.
Йәштәребеҙ ҙә, Аллаға шөкөр, уяна, уйлана башланы. Рамаҙан айының хикмәтен, ундағы ғәмәл-ғибәҙәттең мәғәнәһен, көсөн аңлаусылар арта. “Кем дә кем изгелек ҡыла, Аллаһ Тәғәлә үҙенә арттырып әжерен бирер”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бында аҡса ғына түгел, ә тел, ҡул, фекер ярҙамы, мәсет төҙөү һәм башҡалар күҙ уңында тотола. Әйтәйек, әле сәхнәнән “Хәйер бирәм инәйҙәргә” тип йырлайҙар икән, был үҙе үк — ҙур изгелек. Моң халыҡты уята, тәрбиә бирә.
Бына шулай, төрлө яңылыш ағымдарға эйәреп китмәҫтән, меңдәрсә йыл дауамында йәшәйешебеҙҙең нигеҙ ташы булып торған Исламдың юлынан барабыҙ икән, иншаллаһ, динебеҙ һаҡланыр, тормошобоҙға бәрәкәт килер.

Ураҙаның хикмәте бихисап

— Халҡыбыҙҙың иманға килә башлауы Рамаҙан айында айырыуса һиҙелгәндер. Ғөмүмән, Ураҙаның хикмәте нимәлә?
— “Эй, иман килтергән һөйөклө бәндәләрем, һеҙгә Ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”, — тигән Аллаһ Тәғәлә изге “Ҡөрьән”дә. Был һүҙҙәрҙә “Хоҙайҙың ғазабынан һаҡланығыҙ, уның рәхмәтенә юл алығыҙ” тигән мәғәнә ята. Әҙәм балаһы Ураҙа тотоу менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәт юлына аяҡ баҫа, сөнки ул Рамаҙан айында тыйылған ғәмәлдәрҙән ситләшә. Әйтәйек, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем Ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, — тигән икән, телде тәрбиәләргә тейешбеҙ. Һәр нәмәне уйлап әйтеү Исламда ҙур урын алып тора. “Мосолмандың ике күркәм сифаты бар: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Был йәһәттән Ураҙа тотҡан кеше ай дауамында үҙ-үҙен тәрбиәләй, шулай уҡ ризыҡтың, һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Тимәк, был ғәмәлдең нигеҙенә асығып йөрөү генә түгел, ә төрлө яҡлы ҙур тәрбиә һалынған. Ураҙаның йәнә бер хикмәте шунда: әҙәм балаһы, Аллаһ Тәғәләнең бойороғона буйһоноп, үҙенең уның бәндәһе икәнлеген тағы бер ҡат тәҡрарлай. Рамаҙан айы тамам булып, изге ғәйетте үткәргән ваҡытта: “Эй, Раббым, бер ай дауамында ҡушҡандарыңды үтәнек”, — тип күңелебеҙҙә ҙур кинәнес кисерәбеҙ. Ә Ураҙаның әжере хисапһыҙ. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ҡыуаныслы кисерештәрҙе тойорға насип итһен.
— Ураҙаны нисә йәштән тотоу фарыз?
— Исламда ҡыҙ бала — туғыҙ, ир бала 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Тимәк, ошо ваҡыттан башлау дөрөҫ була. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, Ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Уның күләме быйыл көнөнә 150 һумдан иҫәпләнде. Тимәк, Ураҙа 30 көндән торғас, дөйөм хаҡ 4500 һумға тиң. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн бирергә мөмкин. Ризыҡлата тапшырыу ҙа рөхсәт ителә.
— Ошондай уҡ саҙаҡаны тағы ла кемдәр бирә ала?
— Алдан шуны әйтеп үтәйем: фидиә биреү Ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғәмәлдәрҙе һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә, әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә, Ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала. Мәғлүм булыуынса, бөгөн ашҡаҙан, шәкәр һәм башҡа сирҙәр киң тарала. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә лә ҡолаҡ һалмайынса, асығып йөрөп, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның Ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ тип түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә биргән рөхсәттән файҙаланыу зарур.
Өҫтәүенә һәр кеше үҙенә үҙе табип булырға тейеш. Хатта ки дауаханаларҙа ла бит үҙҙәре теләгән дарыуҙы тәҡдим итмәйҙәр, ә алдан сирленең фекерен, уның организмы был препаратты нисек ҡабул итеүен белешәләр.
— Былтырғы, быйылғы Рамаҙан айҙары эҫе көндәргә, бесән мәленә тура килде. Шуға бәйле ауыл эшсәндәренең күбеһе Ураҙа тота алманы...
— Боронғолар, Рамаҙан айы ниндәй генә ваҡытҡа — бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме — тура килмәһен, Ураҙаны ҡалдырмаған. Заманында Тунистың бер президенты эшләгән кешеләргә был йәһәттән ниндәйҙер ташлама бирҙертергә тырышҡан, әммә килеп сыҡмаған. Әҙәм балаһын юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә: ул Ураҙаны Рамаҙан айында фарыз иткән икән, ғәмәлде хәлебеҙҙән килгәнсә тоторға тейешбеҙ. Бында кеше аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Мәҫәлән, әҙәм балаһы тормоштоң һәр төрлө шарттарына, ауыр мәлдәренә әҙер булырға тейеш. Әйтәйек, асығырға тура килер. Ә Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше бирешмәҫ, ауырлыҡты башҡаларға ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.

Иманға күркәм вәғәз менән саҡырайыҡ

— Алдан әйтеп үтеүегеҙсә, хәҙер республиканың һәр ауылында тиерлек мәсет бар. Был — ифрат шатлыҡлы күренеш. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер урындарҙа иман йорттары буш тора, йөрөүселәр аҙ. Халыҡты нисек иманға әйҙәргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
— Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер сәхәбиҙе Йәмәнгә ебәргән саҡта, уға: “Кешеләрҙе иң тәүҙә Аллаһ Тәғәләнең берлегенә саҡыр”, — тигән. Әгәр быны таныһалар, биш тапҡыр уҡыла торған намаҙҙы, унан Ураҙаны, артабан зәҡәтте өйрәтергә ҡушҡан, әммә башҡарылаһы эштең ваҡытын билдәләмәгән. Кешене дин юлына тиҙ генә баҫтырып булмай, ул барыһын да күңеле менән ҡабул итергә тейеш. Тимәк, бөгөн төҙөлгән мәсеттә иртәгә халыҡ шығырым тулы булыр тип өмөт итеүҙең мәғәнәһе юҡ. Бының беҙҙең илгә генә хас сәбәптәре лә бар: 80 йылдан ашыу динһеҙ йәшәргә мәжбүр булдыҡ. Ошо арауыҡта бер нисә быуын рухи ҡомартҡыбыҙҙан ситләшеп үҫте, әҙәбиәттә, сәнғәттә Исламға ҡара яғылды. Һөҙөмтәлә динһеҙ үҫкән быуын вәкилдәре араһынан ҡайһы берәүҙәрҙең балалары хәҙер инде телһеҙ ҙә ҡалып бара. Ни хәтле аҫҡа тәгәрәгәнбеҙ! Шуға ла халҡыбыҙ тиҙ арала берҙәм рәүештә иман юлына баҫыр тип әйтеү мөмкин түгел. Ваҡыт кәрәк. Ә инде кешене көсләп, ҡурҡытып Аллаһ Тәғәлә юлына баҫтырырға тырышыу бөтөнләй ярамай. Бындай эштәрҙең һөҙөмтәһеҙ тамамланыуын асыҡ миҫалдарҙа күп күрергә тура килде. “Аллаһ Тәғәлә юлына хикмәт менән, күркәм вәғәз аша саҡырығыҙ”, — тиелгән изге “Ҡөрьән”дә лә. Шунда ғына башланғыс бәрәкәтле булыр.
— Ауылдарҙа эшһеҙлек тә кәмер ине...
— Төптән уйлап ҡараһаң, был мәсьәләнең нигеҙендә лә уҙған быуаттың 30 — 90-сы йылдарында алып барылған сәйәсәттең эҙемтәһе ята. Халыҡты артынан ҡыуып йөрөп, мәжбүр итеп эшләттеләр, шуға күптәр ниндәйҙер фарман көтөп ятырға ғәҙәтләнде. Хәҙер иһә һәр кем үҙе өсөн үҙе яуап бирә. Элек тә шулай булған: мал көткәндәр, ер һөргәндәр, ағас эшкәртеү, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, сиккәндәр, теккәндәр... “Ҡулыңды һелкет, Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, нимәлер өмөт итеп ятыу мосолман өсөн ят. Тырышҡан кеше барыбер эш таба. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип халҡыбыҙ юҡҡа ғына әйтмәгән. Ер ҙә бит уңышты еңел генә бирмәй: сәселгәнде тир түгеп тәрбиәләргә, һаҡларға кәрәк.
Эшһеҙлек көслө, тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ. Хәҙер халыҡтың күбеһе, әлхәмдү лил-ләһ, тормош хәҡиҡәтен аңлап, тырышып донъя көтә. Райондарҙа сәфәрҙә булғанда матур-матур йорттарҙы, ихата тулы ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы күреп, дәрт-дарманды тойоп, һоҡланып, ҡыуанып ҡайтам.

Имам үҙе өлгө күрһәтергә тейеш

— Мәсеттәрҙең күбеһендә өлкән йәштәге имам-хатиптар эшләй. Улар йәмғиәткә бөгөнгө дини идеяларҙы еткерә аламы? Йәштәрҙе уҡытыу, ауылдарға ҡайтарыу буйынса ниндәй эштәр алып барыла?
— Эйе, имамдарыбыҙҙың күбеһе өлкән йәштә. Әммә әле, дини кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән ваҡытта, улар урындағы халыҡты тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, һәм бының өсөн уларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Имамдарыбыҙға “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге лә бар, белемде камиллаштырыу курстары ойошторола. Дини йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарында белем алып йөрөгән йәштәребеҙ ҙә бихисап. Тимәк, киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкин.
Йәш имамдарҙы ауылға ҡайтарыуға килгәндә иһә, уларға өҫтәмә белем биреү кәрәклеген аңлайбыҙ. Әле дини ғилем генә өйрәтелгән мәҙрәсәләрҙә программист кеүек һөнәрҙәргә лә өйрәтә башларға ниәтләйбеҙ. Беҙҙең имамдар мәсеттә хәйер көтөп кенә ултырырға түгел, ә хеҙмәттә, тормош көтөүҙә өлгө күрһәтергә, алдан йөрөргә тейеш. Борон, мәҫәлән, дин әһелдәренең ерҙәре, көтөү-көтөү малы булған, халыҡ та уларға эйәргән. Бөгөн ошо тәрбиәне, өлгөнө дауам итергә тейешбеҙ.
— Ә ғалимдар үҫтереүгә килгәндә?
— Башланғыс бар. Юғары уҡыу йорттарында белем алып йөрөгән йәштәребеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Сит илдәрҙә дин ғилеме докторҙары бар икән, ундайҙар киләсәктә, Аллаһ бойорһа, беҙҙә лә буласаҡ. Һәр нәмәнең — үҙ ваҡыты. Игенде лә бит сәсеү менән йыйып алмайҙар, өлгөрөр мәлен көтәләр. Иншаллаһ, барыһы ла һәйбәт булыр.

Йәшлек — еңеллектең бер ботағы

— Нурмөхәмәт хәҙрәт, традицион булмаған диндәр хаҡында ни әйтерһегеҙ?
— Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм вафат булғандан һуң төрлө ялған пәйғәмбәрҙәр барлыҡҡа килгән. Улар “Ҡөрьән”дәге фекерҙәрҙе үҙ яғына бороп, үҙҙәренсә китаптар яҙған. Был хәрәкәт туҡталмаған, бөгөн дә дауам итә. Советтар Союзы тарҡалыу, сик асылыу менән илебеҙгә төрлө диндәр килеп инде. Сиҙәм ергә һәр береһе үҙ орлоғон һалырға тырышты, был эшкә аҡсаһын, кадрҙарын йәлеп итте. Ошондай ағымдарҙан иң тәүҙә йәштәребеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. “Йәшлек — еңеллектең бер ботағы”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Быны белгәнлектән, яңылыш юлға әйҙәп йөрөүселәр иң тәүҙә үҫеп килгән быуынды эләктереп алырға тырыша, шуның менән киләсәгебеҙгә ҙур хәүеф менән янай. Әлбиттә, йәштәргә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында тәүгеләрҙән булып йәштәр бүлегенең асылыуы ошоно дәлилләй. Был бүлек, Аллаға шөкөр, эшен уңышлы алып бара, төрлө сара ойоштора.
Йәштәрҙе яңылыш юлдарҙан ҡурсалау — барыбыҙҙың да изге бурысы. Бөгөн айырыуса төрлө экстремистик йүнәлешле ағымдарҙан һаҡларға бурыслыбыҙ. Ошондай яңылыш юлға баҫыу һөҙөмтәһендә Кавказда булған ҡан ҡойошто, күрше Татарстанда мәсеткә баҫып инеп, мөфтөй хәҙрәтте йәрәхәтләүҙәрен, яҡташыбыҙ Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповты һәләк итеүҙәрен һәм башҡа ваҡиғаларҙы оноторға ярамай. Йәштәрҙең тормошона иғтибар бирмәгәндә, тейешле тәрбиә эштәре алып бармағанда, бындай хәлдәрҙең һәр урында булыуы ихтимал.
— Теманы дауам итеп, әле Сүриәлә барған һуғыш тураһында фекерегеҙҙе лә белге килә. Ғәрәп илдәре беҙгә һәр яҡлап өлгө күрһәтергә тейеш кеүек. Һөҙөмтәлә киреһенсә килеп сыға түгелме?
— “Тереклекте һәм үлемде һеҙҙе имтихан ҡылыу өсөн яраттым”, — тигән Аллаһ Тәғәлә “Ҡөрьән”дә. Тарихтан белеүебеҙсә, әлеге хәлдәрҙән дә күренеүенсә, донъя бер ваҡытта ла тыныс булмаған. Үҙ-ара көрәш бара. Ҙур дәүләттәр һәр яҡлап нығыныу, ҡеүәтен күрһәтеү, үҙ сәйәсәтен алып барыу өсөн төрлө юлдар ҡуллана. Мәҫәлән, Ливия заманында ышаныслы алға бара ине. Ошоно туҡтатыу өсөн, ғәҙеллек урынлаштырабыҙ тигән ялған маҡсат менән бөтөн дәүләттәр бергәләшеп, илде пыран-заран килтерҙе. Ошондай уҡ “тәртип”те Сүриәлә лә ойошторорға ниәтләйҙәр. Әммә беҙҙең Рәсәй ундай юлға ҡушылманы. Киреһенсә, Сүриәнең рәсми дәүләтенә беҙҙең тарафтан ярҙам күрһәтелә.
— Нурмөхәмәт хәҙрәт, әңгәмә һуңында Һеҙҙең мәғлүмәт сараларына теләктәрегеҙҙе лә ишетке килә.
— Әлхәмдү лил-ләһ, республиканың мәғлүмәт саралары һуңғы йылдарҙа дини тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлә башланы. Файҙалы, фәһемле мәҡәләләр, тапшырыуҙар эҙһеҙ үтмәҫ, күптәрҙе уятып ебәрер. Күңел — игенлек кеүек ул, унда изгелек сәсергә кәрәк.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә иман юлында бергә булырға, изге “Ҡөрьән” тәрбиәһендә йәшәргә насип итһен. Шулай булһа, иншаллаһ, тормошобоҙға бәрәкәт килер, күңелебеҙ тыныс, бөтөн булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад