Есемеңде асыр исемең09.08.2013
В малайҙар өсөн
Вадим неол. — урыҫ әҙәбиәте аша ингән исем
Вазиф ғәр. — йөкмәтелгән бурыс
Вазих ғәр. — асыҡ, аңлайышлы
Вакиф ғәр. — аңлаусан, белдекле
Вара ғәр. — кеше (ир-ат исемдәренең бер өлөшө булып йөрөй: Хәйривара)
Варис ғәр. — дауам итеүсе, вариҫ
Васих ғәр. — ышаныусы
Вассаф ғәр. — маҡтаусы
Вафа ғәр. — тоғро, тотанаҡлы, ышаныслы
Вафир ғәр. — бай, мул; киң күңелле; тоғро
Ваһап ғәр. — бүләк итеүсе; йомарт
Ваһип ғәр. — бағышлаусы; бүләк биреүсе
Венер неол., лат. — Венера тигән исемдән ҡыҫҡартылған
Вилдан ғәр. — бала, улан
Вәғиз ғәр. — вәғәз һөйләүсе
Вәдүт ғәр. — һөйгән
Вәзир ғәр. — ярҙамсы, вәзир
Вәкил ғәр. — ышанып эш тапшырылған кеше; вәкил
Вәли ғәр. — 1. хужа, эйә; 2. яҡын кеше, туған; 3. яҡлаусы; 4. изге
Вәлинур ғәр. — изге, шифалы нур
Вәлит ғәр. — 1. бала, улан, ул, ир бала; 2. нәҫел, тоҡом
Вәлиулла ғәр. — Аллаһтың изгеһе; изге, уҡымышлы кеше
Вәлихан ғәр. — Вәли+хан
Вәлиша ғәр., фарс. — изгелекле
Вәлиәхмәт ғәр. — Вәли+ Әхмәт (маҡтаулы, изге)
Вәсил ғәр. — айырылмаҫ дуҫ
Вәсим ғәр. — матур
Вәхит ғәр. — берҙән-бер, тиңдәшһеҙ
Г ҡыҙҙар өсөн
Гөлисә неол., фарс., ғәр. — гөл һымаҡ (Гөлнисанан ҡыҫҡартылған)
Гөлиә фарс. — гөл хужаһы
Гөлйемеш фарс., баш. — сәскә исеменән
Гөлйөҙөм фарс., баш. — гөлдәй йөҙлө
Гөлйыһан фарс. — йыһан гөлө
Гөлйәүһәр фарс. — гөл+йәүһәр; ынйы һымаҡ
Гөлкәй фарс. — иркәләү формаһындағы исем
Гөлҡәмәр фарс., ғәр. — гөл+ҡәмәр (ай)
Гөлли фарс. — гөллө, гөлдән торған
Гөлләриә фарс. — гөл һымаҡ
Гөлминаз фарс., неол. — гөл һымаҡ наҙлы
Гөлминур фарс., ғәр. — гөл нурындай
Гөлмирә фарс. — гөллө, гөл һымаҡ
Гөлмәрйәм фарс., йәһ. — гөл+мәрйәм; иң шәп гөл
Гөлназ фарс. — гөл+наз; гөл кеүек наҙлы
Гөлназа фарс. — гөл+наза; иркә гөл; наҙлы гөл
Гөлназар фарс., ғәр. — гөл+назар
Гөлнар, Гөлнара фарс. — гранат сәскәһе
Гөлниса фарс., ғәр. — гөл+ниса; гөл кеүек ҡыҙ
Гөлнур фарс., ғәр. — гөл нурындай ҡыҙ
Гөлнәзирә фарс., ғәр. — гөл+нәзирә; бик матур; өлгө булырлыҡ
Гөлнәзифә фарс., ғәр. — гөл+нәзифә; гөлдәй саф, пак
Гөлнәфис, Гөлнәфисә фарс., ғәр. — гөл+нәфисә; гөл һымаҡ нәфис
Гөлөм фарс., баш. — гөлөм минең, гөлкәйем (гөл һүҙенең иркәләү формаһынан)
Гөлөстан фарс. — гөл+стан (ил); гөлдәр иле
Гөлсания фарс., ғәр. — гөл+сания; икенсе бала
Гөлсара фарс., ғәр. — гөл+сара; иң шәп, матур гөл
Гөлсафа фарс., ғәр. — гөл кеүек саф
Гөлсибәр фарс., баш. — гөл һымаҡ матур, сибәр
Гөлсимә фарс., ғәр. — гөлдәй йөҙлө
Гөлсинә фарс., ғәр. — гөл йыйыусы
Гөлсирә фарс. — гөлдәй йөҙлө
Гөлсөм фарс. — алһыу йөҙлө
Гөлсәнә фарс., ғәр. — гөл+сәнә; яҡты нур, балҡыш; маҡтау
Гөлсәриә фарс., ғәр. — гөл+сәриә (аҫыл зат)
Гөлсәсәк фарс., ғәр. — гөл+сәсәк
Гөлүсә неол., фарс. — гөл һүҙенән; гөл һымаҡ
Гөлфара фарс. — гөл һатыусы
Гөлфариза фарс., ғәр. — гөл+фариза
Гөлфая неол., фарс. — ҡәҙерле гөл
Гөлфирә неол., фарс. — гөл һатыусы
Гөлфиә фарс. — гөлгә оҡшаш
Гөлфруз фарс. — гөл һатыусы
Гөлфәриҙә фарс., ғәр. — гөл+фәриҙә; иң шәп, тиңдәшһеҙ
Гөлһиҙәп фарс. — гөл+һиҙәп; матур
Гөлһылыу фарс., баш. — гөл һымаҡ, һылыу
Гөлшан фарс., баш. — гөл түтәле
Гөльямал фарс., ғәр. — гөл+ямал; матур гөл
Гөләмзә фарс. — гөл һымаҡ зифа
Гөлән фарс. — гөл кеүек
Гөләндәм фарс. — гөл кеүек зифа
Гүзәл баш. — матур, һылыу, сибәр
Гүзәлиә неол., баш. — гүзәл, матур, һылыу
Гәүһәр фарс. — ынйы, мәрйен
Гәүһәриә фарс. — ынйы, мәрйен; ҡәҙерле; матур