Бер диета менән туйып булмай...09.08.2013
— Мин ябығам!
— Ҡасандан?
— Инде ярты сәғәт булып килә.
— Һиҙелә башлаған икән шул...
— Ысынмы?
— Эйе. Күҙҙәрең ас.
— Доктор, ябығыу өсөн берәй дарыу яҙып бирегеҙ әле.
— Мәҫәлән, күмер...
— Таблеткаларҙамы?
— Юҡ, тоҡтарҙа. Вагон бушатыу файҙалы булмаҡсы.
Ике әхирәт осраша.
— Шул тиклем һимерҙем, һәр саҡ ашағы ғына килеп тик тора, туҡтала алмайым.
— Ә һин диетаға ултырып ҡара. Бөгөн — кәбеҫтә япрағы, иртәгә — кәбәҫтә япрағы, өсөнсө көндә шулай уҡ... Оҙаҡламай бөтөнләй ашағың килмәй башлаясаҡ.
Бер айҙан һуң әхирәттәр яңынан күрешә.
— Ҡайһылай ябығып киткәнһең! Минең кәңәште тыңланыңмы?
— Эйе...
— Ысынлап та башҡа ашағың килмәйме?
— Ашағым килмәй. Йәшәге лә килмәй...
Дауаханала. Табип:
— Ябығыу өсөн дарыуҙар ашайһығыҙмы?
— Эйе.
— Ә күпме?
— Күпме, күпме... Туйғансы инде!
Ҡатыны иренән һорай:
— Ҡәҙерлем, мин идеаль ҡатын-ҡыҙмы?
— Һин нимә, ҡәҙерлем! Һин күпкә артығыраҡ!
— Ысынмы?! Күпмегә?
— Бер 50 килограмм самаһына.
Табип пациенттан һорай:
— Һеҙҙең ауырлығығыҙ нисә килограмм?
— Күҙлек менән бергә — 120.
— Ә ни өсөн күҙлектә?
— Ә уны кеймәһәм, үлсәгестәге һандарҙы күрмәйем...
Һимеҙ ҡатын ябығыу өсөн дарыуҙар тәҡдим иткән фирмаға шылтырата:
— Дарыуҙарығыҙ ысынлап та файҙалымы?
— Әлбиттә.
— Эш шунда: ирем тыуған көнөмә бер әйбер бүләк итте, миңә яҡын арала шуға һыйырға кәрәк.
— Ханым, ике айҙан ирегеҙҙең бүләген бер проблемаһыҙ кейә аласаҡһығыҙ. Хатта гарантия бирәбеҙ!
— Ниндәй кейем? Ирем миңә автомобиль бүләк итте бит!
Бер юлы өс диета буйынса ябығам! Берәү менән генә туя алмайым.
Пляжда ике әхирәт һөйләшә.
— Һинең менән ни булды ул, хәтәр ябыҡҡанһың?
— Ныҡ ҡайғырам, стресс. Ирем хыянат итә бит.
— Айырылышығыҙ һуң улай булғас.
— Юҡ, әлегә ярамай. Миңә тағы биш килограмдан ҡотолорға кәрәк.