Умартасы ҡулынан бал тама07.08.2013
Умартасы ҡулынан бал тамаӨфөнөң Йәштәр һарайы майҙанында бал йәрминкәһе эшләй башланы. Ул август аҙағына тиклем барасаҡ. Әйткәндәй, бында һатып алыусылар өсөн бал сифатын тикшертеү мөмкинлеге лә бар. Республикабыҙҙың ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге бында мобиль лаборатория ойошторған.

Миәкә районынан килгән Илдус Ғүмәров 2004 йылдан алып бал йәрминкәләрендә ҡатнаша.
– Йыл уңышлы килгәндә дүрт-биш тонна бал алабыҙ, – ти тәжрибәле умартасы. – Ҡатыным менән умарталыҡты ҡарайбыҙ, балаларыбыҙ ҙа беҙгә ярҙам итә. Ҡорттарҙы яратһаң, балың тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та була. Ошондай йәрминкәләр шәхси хужалыҡта етештерелгән балды һатыу өсөн уңайлы мөмкинлек бирә.
Умартасы ҡулынан бал тамаБәләбәй районынан килгән Самат Кәлимуллин иһә 25 баш умарта тота. Уға улы Рөстәм дә ярҙам итә.
– Умартасылыҡ серҙәренә бәләкәй саҡтан төшөнөп үҫтем, – ти Рөстәм, ҡәнәғәт йылмайып, – Был шөғөлдө бөтә күңелемде һалып башҡарам. Йәрминкәлә йыл һайын ҡатнашабыҙ. Бал, ҡорт елеме, балауыҙ алып киләбеҙ.
Баҙарҙа конкуренция ҙур ғына булғас, балдың хаҡы артмай. Умартасы Самат Кәлимуллин ошо хаҡта бына нимә тине:
– Ауылда эш юҡ, шуға күптәр умартасылыҡҡа тотона. Баҙарҙа һатыусылар ишәйһә лә, ундағы балдың сифатһыҙ булыуы мөмкин. Сифатты тикшереүсе лаборатория эшләгәс, намыҫһыҙ умартасылар булмаҫ тип уйлайым. Элек йәрминкәләрҙә бер нисә кеше генә ҡатнаша торғайныҡ, һатып алыусылар күп була ине. Хәҙер эшҡыуарҙар күбәйҙе. Әммә “тауар насар үтә” тип зарланырға урын юҡ. Йыл һайын килгәс, үҙебеҙҙе танып бөттөләр, тәғәйен һатып алыусыларыбыҙ ҙа бар.
Бал йәрминкәләре ҡала халҡы өсөн дә, эшҡыуарҙар өсөн дә отошло. “Быйыл бал мул”, — тип ҡыуана умартасылар. Һатыу мәсьәләһе генә ҡатмарлыраҡ. Шуға ла ошондай муллыҡ йәрминкәләрен республикабыҙҙың бүтән төбәктәрендә лә үткәреү көн талабы булып тора.
Умартасы ҡулынан бал тама


Вернуться назад