Тәбиғәт ярҙам һорай07.08.2013
Республикабыҙҙың ике миллиондан ашыу кешеһе “Ҡотҡарырға һәм һаҡларға” тигән экологик сараға йәлеп ителде. Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының эш төркөмө ултырышында ошо һандар килтерелде. Мәсьәләне тикшереүҙә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Кама һыу идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса һыу ресурстары бүлеге, республика балалар экология-биология үҙәге, ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу идаралығы вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Был сара республикала 2011 йылдан бирле үткәрелә. Хөкүмәт бойороғо менән эш төркөмөнөң составы билдәләнде һәм план раҫланды. Был мөһим эштә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Үҫеп килеүсе йәш быуын менән эшләүгә төп иғтибар бирелә.
Быйыл “Парктар маршы”, “Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес” тигән республика конкурсы, йәш экологтар һәм урмансыларҙың республика слет-конкурсы, экология өлкәһендә иң яҡшы ғилми хеҙмәткә конкурс менән бер рәттән, “Аң экологияһы көнө” тигән проект, шулай уҡ “Экочашка” экологик киноһының халыҡ-ара фестивале кеүек беренсе тапҡыр үткәрелгән саралар ҙа инде.
Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре менән берлектә ауыл-ҡалаларҙы, тәбиғәт парктарын, тәбиғәт ҡомартҡыларын һәм һыу һаҡлау зоналарын таҙартыу, йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса бер нисә экологик шәмбе өмәһе үткәрҙе. Унда ике миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Өмә барышында 99 мең тоннанан ашыу көнкүреш ҡалдығы полигондарға оҙатылды.
— Бөгөн был халыҡ-ара сара төбәктең барлыҡ йәмәғәтселек вәкилдәрен, республика экологияһына битараф булмаған бик күп кешеләрҙе берләштерә, — тип билдәләне министр урынбаҫары Марат Вәкилев. — Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә ала.
“Кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең, экологик мәҙәниәтен күтәреү бик мөһим. Онотолған “йәшел” патрулдәрҙе, тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәттәрен тергеҙеү, волонтер отрядтарына ярҙам итеү зарур. Тәбиғәтте бысратыу бумеранг рәүешендә кешенең үҙенә әйләнеп ҡайтыуы хаҡында иҫкәртеп, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында, йәмәғәт ойошмаларының күп һанлы акциялары аша тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын мөмкин тиклем йышыраҡ күтәрергә кәрәк”.
(Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).