Изге ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын07.08.2013
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Республика халҡын Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты исеменән изге Рамаҙан айы һәм Ураҙа ғибәҙәте тамамланыу менән ихлас күңелдән тәбрикләйем!
Илебеҙҙең һәм төбәгебеҙҙең мосолмандары өммәте йәмғиәттәге татыулыҡты һаҡлауға, халыҡ-ара, дин-ара бәйләнеште нығытыуға ҙур өлөш индерә. Уның тулы тормош менән йәшәүенә, үҫешенә шаһитбыҙ: мәсеттәр төҙөлә, дини уҡыу йорттары асыла, изге урындарға сәйәхәттәр ойошторола. Күп яҡлы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек дәүләт етәкселеге, тотош йәмғиәт тарафынан ыңғай баһалана.
Аллаһ Тәғәлә изге Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе, барлыҡ изге эштәребеҙҙе ҡабул итһен. Республикабыҙ һәм илебеҙ халҡына тыныслыҡ, муллыҡ, бәхет насип булһын. Амин!


Вернуться назад