Үткән быуатҡа күҙ һалһаң, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа Башҡортостан буйынса 35 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ “Герой әсә” исеменә лайыҡ булған! 1998 йылдан республикала әсәлекте данлаған яңы награда — “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла.
Ауыр шарттарҙа ла төбәгебеҙ етәкселегенең ғаилә, әсәлек мәсьәләләренән йөҙ бормауы, шәфҡәтлелек, матди ярҙам күрһәтеүе һоҡландыра, киләсәккә яҡты өмөт уята. Әле республикала 5600-ҙән ашыу әсә “Әсәлек даны” миҙалына эйә. Улар араһында Әбйәлил районының “Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һауынсыһы Гөлсәсәк Кейекҡужина ла бар. Ул Ҡырҙас ауылында ғүмер итә, ире менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Оло улдары Фәйез Өфөлә эшләп йөрөй, Раян — туған ауылының мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, Рифат армияла хеҙмәт итә, ҡыҙҙары Гөлнәфис X класта белем ала. Кинйәләре Иштуған да быйыл I класҡа барған.
Кейекҡужиндар — ауылда ҙур хөрмәт ҡаҙанған ғаилә. Балалары тәрбиәле, донъялары етеш уларҙың. Гөлсәсәк Камил ҡыҙы — ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар советының иң әүҙем ағзаларының береһе. Район кимәлендә әсәлек, ғаилә мәсьәләләренә арналған сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Гөлсәсәк Кейекҡужинаға “Әсәлек даны” миҙалы 2006 йылда тапшырылғайны. Быйыл иһә өлгөлө әсәнең күкрәгенә “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе өҫтәлде.