Өлгө алырлыҡ эштәре бар07.08.2013
Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһен Бөрө ҡалаһы ҙур әҙерлек менән ҡабул итә. Һуңғы бер нисә айҙа ғына бында заманса уҡытыу алымдары, йәштәрҙең ғилми эштәре буйынса байтаҡ конференция, белем биреү учреждениеларының матди-техник торошон яҡшыртыу йәһәтенән саралар ойошторолдо.
Мәҫәлән, БДУ-ның Бөрө филиалында "Йәштәрҙе физик мәҙәниәт өлкәһендә уҡытыу һәм тәрбиәләү" исемле VIII Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы булды. Унда үҙебеҙҙекеләрҙең генә түгел, сит ил вәкилдәренең дә сығыштары яңғырауы сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Әйтәйек, Франциялағы Тулуза университеты уҡытыусыһы, француз боксы буйынса белгес Андрэ Тубуль ифрат ҡыҙыҡлы мәҡәлә ебәргәйне. Миңә уны урыҫсаға тәржемә итеп, йыйынтыҡҡа әҙерләү насип булды.
Сараның пленар, секция ултырыштарында физкультураның, спорттың медик-биологик нигеҙҙәре, уҡыу йорттарында физик күнегеүҙәр ойоштороу, тренерҙарҙың белемен камиллаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде, йәштәрҙе сыныҡтырыуҙың, көслө рухлы итеп тәрбиәләүҙең заманса алымдары эҙләнде.
Уҡыу йортонда үткән "Медицина, физик мәҙәниәт һәм спорт тарихы" III Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция хаҡында ла телгә алып үтмәксемен. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, физик тәрбиә биреү, дауалау физкультураһы тарихы тураһындағы был һөйләшеүҙә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет медицинаһы һәм дауалау физкультураһының бай тәжрибәһен тикшереүсе һәм өйрәнеүсе ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, тренерҙар ғына түгел, йәштәрҙең дә ихлас ҡатнашыуы ифрат әһәмиәтле булды.
Рияз МӘСӘЛИМ.
* * *
Кәңәшмәнең төп темаһы — "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закон шарттарында Башҡортостанда белем биреүҙе яңыртыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙансығы БДУ-ның Бөрө филиалында ойошторола.
Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар уҡыу йортоноң тирә-яҡтың физик-химик бысраныуына экологик мониторинг лабораторияһының эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. 2010 йылда барлыҡҡа килгән тикшеренеү үҙәгендә тупраҡтағы, һыуҙағы, һауалағы зарарлы матдәләрҙе билдәләү мөмкинлеген биргән заманса ҡорамалдар ҡуйылған, квалификациялы белгестәр эшләй. Йыһаз менән тәьмин ителеүе, уңышлы хеҙмәте йәһәтенән был лаборатория республикала иң алдынғыларҙан һанала. Ул студенттарҙы ғилми эшкә йәлеп итеү, диссертация яҡлау, инештәрҙе паспортлаштырыу буйынса ҙур тәжрибә майҙансығы булып тора. Лаборатория Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, сәнәғәт предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. "Таҙа һыу" республика программаһына ярашлы, үҙәктең хеҙмәткәрҙәре тарафынан Бөрө ҡалаһы һәм районындағы һигеҙ инеш тикшерелеп, уларҙың һыуын ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр әйтелгән.
* * *
Август башында Бөрө ҡалаһында 2-се "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы сафҡа инде.
Ул тыштан уҡ матурлығы менән һоҡландыра: сәскәләр, бәүелсәктәр, уйын ҡомлоҡтары, төҫтәрҙең сағыулығы... Балаларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күрелгән: учреждение биш видеокамера күҙәтеүе аҫтында эшләй.
Эстә лә барлыҡ заманса шарттар булдырылған. 12 төркөмдән тыш, психолог, логопед кабинеттары, һүрәт төшөрөү студияһы өсөн тәғәйенләнгән бүлмә бар. Физик үҫеш, һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән иркен спорт залы, бассейн эшләй. Өҫтәмә белем биреүгә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Мәҫәлән, балаларға экологик тәрбиә биреү маҡсатында — "ҡышҡы баҡса", экология бүлмәһе, илһөйәрлек тойғоһо һалыу ниәтендә төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте сағылған бәләкәй музейҙары булған туған тел кабинеты бар.