Йәркәйгә йәм өҫтәүсе07.08.2013
Йәркәйгә йәм өҫтәүсеМәктәп — мөғжизәле утрау ул. Илебеҙҙә ниндәй генә ваҡиға, күтәрелеш, үҙгәреш булмаһын, уның үҙ ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәте, донъяһы һаҡланып ҡала.

Беҙҙең гимназия — районда иң ҙур уҡыу йорттарының береһе. Ҡайһы саҡта бер-береңде аҙна буйы күрмәҫкә мөмкин. Ә бына технологиянан уҡытҡан Тамара Николаева бөтә кешегә лә кәрәк, барыһының да уға йомошо төшә. Гимназиялағы уҡытыу-тәжрибә биләмәһенә һәм теплицаға ла етәкселек итә уңған педагог. Яҙ күп итеп йәшелсә һәм сәскә үҫентеләре һата, килгән аҡсаға эш ҡоралдары ала, үҙебеҙҙә булмаған орлоҡтарҙы яҙҙырып ҡайтарта. Сәскәләре гимназия ихатаһын, Йәркәй урамдарын биҙәй.
Тамара Ивановна Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән ҡул эшен яратҡан, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡыҙ, мәктәпте уңышлы тамамлағас, тегенсе һөнәренә уҡый. Унан Костромалағы еңел сәнәғәт техникумында белем ала. Буласаҡ тормош юлдашы менән тап шул осорҙа таныша ул. Йәш белгестәр Геннадийҙың тыуған ере Илешкә ҡайта.
Эшен яратып, еренә еткереп башҡарған, тырыш, уңған хеҙмәттәшебеҙҙе барыбыҙ ҙа хөрмәт итәбеҙ. Әйткәндәй, ул — сәнғәткә ғашиҡ кеше, әлегәсә сәхнәнән төшмәй, бейеү коллективтарының алыштырғыһыҙ солисткаһы.
Ғаиләһендә иһә бәхетле ҡатын, әсә, ҡәйнә ул Тамара Ивановна. Улы менән ҡыҙы юғары белемгә эйә, үҙаллы матур тормош ҡорған.


Вернуться назад