Сәләмәт тормош алып барыуҙы йәшәү мәғәнәһе итеп күргән ғаиләләр күп хәҙер. Гөлсинә менән Рәсих Йортбәковтар ҙа тап шундайҙарҙан.
Улар Ғәҙелбай ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы Беренсе Этҡол мәктәбендә физкультуранан белем бирһә, ҡатыны — үҙҙәрендә башланғыс класс уҡытыусыһы.
Татыу ғаиләлә Динис, Инйәр атлы малайҙар, Нәргизә исемле һылыу ҡыҙ үҫә. Атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, балалар һәр иртәне физик күнекмәләрҙән башлай, йәйгеһен бергәләп йүгерә, ҡышҡыһын саңғыла уҙыша. Малайҙар буш ваҡыттарында шашка уйнарға әүәҫ. Милли көрәшкә лә битараф түгел Йортбәковтар.
Ғаилә районда күптән түгел уҙғарылған "Атай, әсәй һәм мин — спорт һөйөүсе ғаилә" конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яуланы. Бындай еңеүгә ике йыл рәттән өлгәште улар. Йортбәковтар Туймазы, Өфө ҡалаларында ойошторолған спорт ярыштарында ла призлы урынға лайыҡ булған.
Матур донъя көткән, күптәргә өлгө булырлыҡ был ғаиләгә ауылдаштары ҙур ышаныс бағлай. Өлкәндәрҙә лә, йәштәрҙә лә спортҡа ҡыҙыҡһыныу уята алыуы менән генә лә хөрмәткә лайыҡ Йортбәковтар.