Һаҡлана белеү зарур!Күктә ялағай ялтырауы булды, эргәмдәге 7-8 йәштәр самаһындағы малай еңемдән тартты ла: "Бисмилла тип әйт, әтеү үҙеңде йәшен атып ҡуйыр", – тине, үҙе ҡурҡыңҡырап йәшенле күккә ҡараш ташланы. Ҡурҡмаҫлыҡ та түгел шул: беҙҙең өҫтә гүйә яу яланы – туҡтауһыҙ гөрһөлдәгән тауыштар иң ҡыйыуҙарҙың да ҡотон алырлыҡ, ялт та йолт килгән уттарҙан бөтә донъя яҡтырып киткәндәй. Беҙ ҙә был мәхшәрҙән өйгә инеп йәшенеүҙе хуп күрҙек.
Күптән түгел Стәрлебаш районында ҡаҙҙарын көтөп йөрөгән ирҙең йәшен һуғыуҙан һәләк булыуын ишетеп ҡайғырғайныҡ. Бөрйән районында ла ялағай уйнауына битараф көйө телевизор ҡарап ултырған ғаиләнең йортон йәшен атҡанын ишеттек. Бәхеткә күрә, янғын сыҡмай, ҡурҡыу менән генә ҡотолалар.
Эйе, бәләкәйҙән беҙҙе ололар: "Йәшен менән шаярма!" – тип иҫкәртте. Әммә ул йыл һайын ғүмерҙәрҙе ҡыя тора. Нимә был – кешенең һаҡһыҙлығымы, әллә, ысынлап та, яҙмыш ҡушыуымы – аңламаҫһың. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәлә, һаҡланғанды һаҡлармын, тип юҡҡа ғына иҫкәртмәгәндер беҙҙе. Йәшен мәлендә үҙеңде һаҡлай белеү зарурҙыр.