Герой икәнен дә белмәгәнбеҙ07.08.2013
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар йылдан-йыл кәмей, берәм-берәм был донъянан баҡыйлыҡҡа күсә бара. Шул ауыр осор һынауҙарын үҙ иңендә татыған тыл ветерандары сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә.
Сибай ҡалаһында йәшәгән 88 йәшлек Заһира инәй Рыҫҡужинаның һөйләгәндәрен яҙып алдым:
"Сығышым менән Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынанмын. Ул осор этлек заманы булды. 14–15 йәш самаһы булғандыр, мине Шура ауылынан бер егет кәләшлеккә һоратты. Хәҙер ул ауыл юҡ инде. Күлйортау аҫтында, Таналыҡ буйында урынлашҡайны ул. Атайым мине кейәүгә бирҙе. Йәшләй генә барған ирем Әсәт Иҙрис улы Иҙелбаев 1918 йылғы ине. Әсәттең әсәһе — Таулыҡайҙағы Баййегет ҡарттың ҡәрендәше, әсәһе иртә үлеп киткән. Атаһы Иҙрис исемле, улар Таналыҡ буйында алтын йыуҙы.
Кейәүгә барғас күп тә үтмәне, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. Иремде Баймаҡҡа тиклем оҙатып барҙым. Ни көҙ түгел, ни ҡыш түгел, ноябрҙең башы ине. Әсәт һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылырын тойомланы. "Ҡайнымды ла ебәрерҙәр ул", – тине. Ысынлап та, Таулыҡайға ҡайтыуыма атайымды ла һуғышҡа алып киткәйнеләр. Оҙатып ҡалыусылар Баймаҡҡа йыйылды, бик күп кеше килде. Бөтәһенең дә йөҙҙәре ҡап-ҡара, артыҡ һөйләшеп тә бармайҙар.
Машзавод алдында ҙур концерт ҡуйылды. Баймаҡта һуғышҡа киткәндәрҙе кейендерҙеләр, аҡ тун, аҡ быйма, хатта бейәләйҙәренә тиклем бирҙеләр. Әсәт итеген миңә ҡалдырып китте. Башҡорт кавалерия дивизияһына фәҡәт башҡорттарҙы йыйҙылар. 200-ҙән ашыу ир-атты ҡара брезент ябыулы 22 машина менән яуға оҙаттылар.
Иремде шул китеүҙән башҡа күрмәнем... Ара-тирә хаты килеп торҙо-тороуын, әммә яҙа белмәгәс, яуап ебәрә алманым. Аҙаҡтан белеүемсә, 1944 йылда ҡайныма уның "үлгән" тигән хәбәре килгән. Ғаиләһендә берҙән-бер малай ине. "Әсәт! Әсәт!"– тип ҡапланып иланы ҡайным, шулай ҡайғырып үлеп китте. Мин үҙем һуғыш осоронда тәүҙә Ҡаратал ауылында, һуңынан Ҡуянтауҙа ат ҡараным. Һуғыштан һуң тракторҙа эшләнем.
Әсәт ҡалдырып киткән итегем тишелеп бөттө, яманым да кейҙем. Ашарға ризыҡ, кейергә кейем булманы. Аслыҡты ла күрҙек, ауырлыҡты ла үҙ иңебеҙҙә күтәрҙек. Әле лә иремде уйлайым. Ҡайҙа, нисек һәм ниндәй ерҙәрҙә һуғышып йөрөгәнен белергә ине…"
Хәмдиә Шаһивәли ҡыҙы Кәримованың хәтирәләре.
"Атайым Шаһивәли Заһит улы Үтәпов 1903 йылда Юлдыбай районының Вәли ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул беренселәрҙән булып яуға киткән. Быға тиклем йылҡысылыҡта эшләгән, тай өйрәткән, шуға ла яуға аттары менән бергә киткән.
1946 йылда атайым һуғыштан ҡайтты. Тәүҙә өйөбөҙгә ике ҡатын килде. Улар әсәйемдән: "Ирегеҙ ике аяҡһыҙ, ике ҡулһыҙ. Ҡабул итәһегеҙме?" — тип һораны. Инәйем менән әсәйем шунда уҡ риза булды. Баҡтиһәң, һуғыштан ғәрип булып ҡайтҡандарҙы ҡабул итмәгән осраҡтар ҙа булған икән. Бер аҙҙан ишектән атлап берәү килеп инде... Атайым! Аяҡтары бар, әммә ҡулдары ғына... Әсәйем илап ҡосағына ташланды! Ағайым да, танып, уның ҡаршыһына йүгерҙе. Атайымды иҫләмәйем, ул һуғышҡа киткәндә миңә ике йәш тә юҡ ине. Ҡайтҡанын иһә асыҡ хәтерләйем.
Һуғыштан һуң бик ауыр йәшәнек. Баймаҡ районының Комсомол ауылына күстек. Әсәйем — һарыҡ, ағайым һыйыр көттө. Мин өйҙә атайымды ҡараным, сөнки уның ҡулдары һулығандан-һулый барҙы. Һыҙланыуға түҙмәй, тештәрен шығырҙатып, ыҙалап ултырған саҡтары булды. Баймаҡҡа дауаханаға барһа, урын юҡ, тип алмай ҡаҡшаттылар. Бик этләнде атайым. Аҡсаһыҙлыҡ, етешһеҙ тормош бәкәлгә һуҡты.
Бер мәл беҙгә ҡара прицеп тағылған машина менән килделәр ҙә атайымды алып киттеләр. Уның документтарын, миҙалдарын да һоранылар. Әсәйем бирмәҫкә иткәйне лә, атайым: "Бир, Фәрхиямал, балалар хаҡына!" – тине. Шул киткәндән алып биш көн дә үтмәне, "Атайығыҙҙы килеп алығыҙ, үлде!" — тип хәбәр иттеләр. 1952 йылда шулай ул сәйер генә донъя ҡуйҙы. Миҙалдары әллә ҡайҙа юҡ булды. Баҡтиһәң, атайым Герой булған икән! Ә беҙ шуны ла белмәгәнбеҙ”.