Аллаһу әҡбәр… Аллаһу әҡбәр… Аллаһу әҡбәр…
Аҙан тауышы. Тирә-яҡты сафлыҡҡа, паклыҡҡа саҡырып, мәсеттең күккә ашҡан манараһы, әйтерһең, ике донъяны берләштерә: фанилыҡта ҡылырға яҙған гонаһтарҙан арындырырға тырыша, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең рухы алдында баш эйергә, изге ғәмәлдәр ҡылып, уларҙы иҫкә алырға саҡыра.
Бәләкәйерәк кенә был мәсет эсендә лә аҙан тауышы, Ҡөрьән сығыу, аят уҡыуҙар тынмай. Иң тәү ул Динар рухына бағышлана. Ауыл халҡы был мәсетте “Динар мәсете” тип йөрөтә. Хәйер, нигеҙ ҡорғанда уҡ Шаһимөхәмәтовтар уны фанилыҡтан бик иртә киткән малайға бағышлаған. Динар – 2002 йылдың 1 июле төнөндә фажиғәгә тарыған самолетта һәләк булған 52 баланың береһе. Яҡшы уҡыған, һәләтле малай үҙ тырышлығы менән Испанияға барыу хоҡуғын алған. Уның менән бергә һәләкәткә тарыған 51 уҡыусы ла төрлө фәндән олимпиадаларҙа еңгән, ижади конкурстарҙа ҡатнашҡан, уҡыу буйынса ла һынатмаған. Күбеһенә Испанияға туристик путевканы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет юллаған. Шулай итеп, фажиғә республика буйынса йыйылған иң һәләтле балаларҙың бер төркөмөн фанилыҡтан алып китә. Бик тә үкенесле, киләсәктә Башҡортостан йәштәренең йөҙөк ҡашы булырҙайҙарын... Ни хәл итәһең, урындары ожмахта булһын…
Мәсет — кешеләр тарафынан төҙөлгән Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге йорто, унда уҡыған доғалар аша ике донъяны танып, иман юлына барырға, күңел тыныслығы табырға мөмкин. Раян менән Гүзәлиә лә, улдарының рухына бағышлап, Раяндың тыуған ауылы Өскүлдә (Аһылай) мәсет төҙөргә ҡарар итә. Тыуған нигеҙҙә тиерлек тәүге бағана ултыртыла. Быға тиклем дә дин серҙәрен үҙләштергән Баймөхәмәт ағай ейәне исемен йөрөтәсәк мәсеттең нисек булырға тейешлеген самалай, бар оҫталығын һалып эшкә тотона.
Әйткәндәй, Баймөхәмәт ағайға ошо хәлдән алда дини юлды күрһәткән төш инеп аптырашта ҡалдыра.
– Юл буйлап Эре Ҡарағас тауына табан китеп барам, имеш. Бер ағасҡа тап булдым. Ботағында төлкөгә оҡшаш йәнлек ултыра. Ҡыуа башлағайным, ни күрәм, ағас аҫтында ап-аҡ кейенгән бабайҙар ултыра, имеш. Өндәшмәйҙәр, шып-шым ултыралар. Шул саҡта уянып киттем…
Баймөхәмәт ағай ошо төндән һуң ҡасандыр “кулак” мөһөрө һуғылып тыуған ауылынан Себергә ебәрелгән ағаһына ҡунаҡҡа бара. Атаһының бер туған ҡустыһы Нурмөхәмәт Кемеров өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһында төпләнгән була. Ағаһы Баймөхәмәт ағайға тәү башлап дин серҙәрен өйрәтә. Ошонда уҡ дин әһеле имам-хатип таныҡлығын алып ҡайта. Бөгөн Баймөхәмәт ағайҙың алмашы ла бар. Ситтә йәшәгәндән һуң тыуған яғына өлкән улы Даян менән килене Гөлсөм ҡайта. Шулай итеп, Шаһимөхәмәтовтарҙың төп нигеҙе киңәйә. Тимәк, ырыҫлы нигеҙ ҡоромаясаҡ, киләсәге бар.
– Нурмөхәмәт ағай тәүләп хат яҙҙы. Мин үҙем биш йәштән етем ҡалып, фәҡирлектә үҫтем. Атайымдың ҡустыһын эҙләп, ҡатыным Хәтижә менән Себер яҡтарына киттек. Нурмөхәмәт ағайҙың Сөнәғәт исемле улы Рәфҡәт менән Шәфҡәт исемле ейәндәре бар, Сөнәғәттең шул ике улы менән беҙҙең балалар аралашып йәшәй.
Эйе, ил ни күрһә, Шаһимөхәмәтовтар ҙа шуны күрә. Тырышлыҡтары арҡаһында етеш йәшәгән, дин юлын тотҡан ғаиләне тарҡатып, төрлөһөн төрлө яҡҡа һибә яҙмыш. Юҡ, яҙмышҡа һылтайбыҙ ғына, быуат һайын ил бола кисерә, ҡәҙимге йәшәү рәүеше емерелә, һөҙөмтәлә халыҡ яфа сигә. Шаһимөхәмәтовтар ғаиләһенең яҙмышы быға асыҡ миҫал булып, миллионлаған Рәсәй ғаиләһен кәүҙәләндерә. Шулай ҙа Баймөхәмәт ағай һымаҡ ил ағалары (ҡыҙғаныс, ҡатыны Хәтижә апай иртә донъя ҡуя) нәҫел-нәсәбен, балаларын бергә туплап, төп нигеҙен һыуытмай. Раян менән Гүзәлиә, ҡыҙҙары Әлиә, Даян менән Гөлсөм ошо нигеҙ ҡоромаһын өсөн бөтә көсөн һала. Беҙҙең халыҡта, үлән үҫкән еренә үҫә, тигән бик матур әйтем бар. Ҡасандыр, Шаһимөхәмәтовтарҙың нәҫелен ҡоротмаҡ булып, нахаҡ ҡылысын һелтәгән. Ләкин етемлек, фәҡирлекте еңеп, Баймөхәмәт ағай ошо ергә бәрәкәтле орлоғон – тырышлығын, тыуған ауылына тоғролоғон һалып ҡалдыра.
Ҡөрьән сығалар мәсеттә. Динар, Хәтижә апай, башҡа мәрхүмдәр рухына бағышлана изге һүҙҙәр. Сабый фанилыҡтан китһә, ожмах ҡошо булып осор, тиҙәр. Уҡылған аяттар йәннәткә етеп, йәнегеҙҙе һуғарһын. Амин.