Швейцариянан кәм түгел дә...06.08.2013
Швейцариянан кәм түгел дә...Канар һәм Кипр утрауҙары, Греция, Швейцария һәм башҡа матур төбәктәр аҡсалыраҡ ватандаштарҙы үҙенә ылыҡтыра. Сит илдә ял итеүселәр туристарға ҡарата мөнәсәбәттән, кеше өсөн эшләнелгән бар уңайлыҡтарҙан хайран ҡала. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте һис тә кәм түгел! Мәғрур Ирәндек ҡаялары, ғорур Урал тауҙары, Бөрйән районының хозурлығы Швейцарияға алмаштырғыһыҙ. Тик үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡты тейешенсә баһалап еткермәйбеҙ. Ә бына ситтән килгәндәр һоҡланыуын бер ҙә йәшермәй.

Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа күренә тигәндәй, ҡайҙа аяҡ баҫһаң да, тәү сиратта һине нисек ҡаршылауҙары, ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙары ҡыҙыҡһындыра. Күптән түгел Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығына барырға тура килде. Һүҙ юҡ, хозурлығына иҫең китерлек! Күҙ күреме етмәҫ мәғрур ҡаяларға, унда үҫкән ғорур ҡарағастарға ҡарап, “Әллә ожмах тигәндәре ошомо икән?!” тип уйлап та ҡуяһың. Барып еткәс тә, машиналарҙы тәбиғәт паркы биләмәһенә индермәүҙәре, һәр төркөм өсөн махсус усаҡ урындары, өҫтәл-ултырғыстарға тиклем әҙерләнгән булыуы хуплауға лайыҡ. Тирә-яҡта тәртип, сүп һауыттары, хатта ҡоҙоҡ бар. Бөтәһе лә төптән уйланылып ял итеүселәр өсөн эшләнгән.
Әммә барыһы ла ал да гөл түгел шул. Тарлауыҡҡа инер өсөн һуҡмаҡтан өҫкә күтәреләбеҙ. Экскурсоводтар килгән бер кешене көтөп, иҫәпләп, үҙ төркөмөнә йыя бара. Ун бишләгән кеше тупланғас, бер кемгә бер ни ҙә аңлатып та тормайынса, махсус журналға ҡултамға ҡуйҙырталар. “Ни өсөн имза һалырға тейешбеҙ әле?” – тип шаяртыуыбыҙға экскурсовод ҡыҙ уҫал ҡарашы менән өтөп: “Бер юлы аңлатырмын”, – тип яуап бирҙе. Артабан каска, фонарҙар таратты. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, улары ла һәр беребеҙгә етмәй булып сыҡты. Тимәк, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре бөтөнләй һанға һуғылмай. Исмаһам, балаларға каска табып бирегеҙ тиеүебеҙ ҡолаҡҡа эленмәне. Әлбиттә, тарлауыҡҡа инмәҫкә лә мөмкин ине, тик әллә күпме саҡрым юл үтелгән булыуы барлыҡ хәүефте ситкә ҡуйырға мәжбүр итте. Ни ғәжәп, аҫҡа илткән баҫҡыстарҙың тотона торған рәшәткәләре күптән сереп, һерәйешеп ята.
Тарлауыҡҡа инеп, артыбыҙҙан тимер ишектәр йоҙаҡланғас, күңелгә нисектер шомло булып китте. Фонарлылар янындараҡ йөрөйбөҙ, шунһыҙ булмай. Бер кем дә был осраҡта бәлә-ҡазанан һаҡланмаған. Төркөмдәштәр араһында еңел аяҡ кейемдәгеләр ҙә бар ине. Улар һәр урында тиерлек тая. Шуныһы ғәжәпләндерҙе: хатта өҫкә беркетелгән баҫҡыстар ҙа яҡшылап нығытылмаған. Юғарыға үрмәләгән саҡта экскурсоводтың һыңар ҡулы менән баҫҡысты тотоп тороуы – башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Әгәр шул саҡта, Хоҙай ҡушмаһын, баҫҡыс ысҡынып китһә, ул ярҙам итә алмаясаҡ бит.
Сәйәхәтебеҙҙе артабан тарлауыҡ буйлап дауам итәбеҙ. Әлбиттә, хәтерҙә ҡалырлыҡ әллә күпме тәьҫорат, ябай һүҙҙәр менән аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар...
Шөкөр, бер ниндәй бәлә-ҡазаға юлыҡмай, тарлауыҡ эсенән сығабыҙ. Кемдер өшөгән, кемдер ҡурҡыуынан әле айнып етмәгән, икенселәр бай хәтирәләре менән уртаҡлашырға ашыға. Беҙҙең төркөмдән һуң сиратҡа йыйылыусыларға күҙ һалам. Тағы ла шул уҡ күренеш: каска, фонарҙар барыһына ла етмәгән.
Бәләнең ҡасан килерен бер кем белмәй. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай ҙа, шуға күрә кеше ғүмерен хәүефкә ҡуймай, уларҙың яҙмышы менән шаярмай эш итһен ине “Мораҙым тарлауығы” паркы хеҙмәткәрҙәре. Бер инеү генә 240 һум тора. Көнөнә тиҫтәләрсә төркөм йыйылып, һәр ҡайһыһында кәмендә ун биш кеше булыуын иҫәпкә алғанда, бер тәүлектә генә ни саҡлы табыш алыуҙарын самалауы ауыр түгел. Шулай булғас, ойоштороусылар ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейештер бит? Мәҫәлән, йыл һайын каска һәм фонарҙарҙы яңыртып, уларҙың етерлек булыуын тәьмин итеү, әҙерлекһеҙ килгәндәр өсөн бер нисә пар резина итек алыу, шулай уҡ махсус өҫ кейемдәре лә тотоу зарур, бейәләйҙәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Махсус будкаларҙа хаҡын әллә күпме тапҡырға арттырып төрлө һуттар, тәмәке һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим иткәнсе, шул уҡ урында бейәләй һатып ултырһалар ҙа, кеше сараһыҙлыҡтан алыр ине. Республикаға инвесторҙар йәлеп итергә, туризмды үҫтерергә кәрәк тип әйтергә яратһаҡ та, булғанын яҡшыраҡ, кешесә эшләй белмәйбеҙ. Бөгөн барыһының да сит илгә сығырлыҡ мөмкинлеге юҡ бит, шуға күрә республикабыҙҙың матур ерҙәрен, тәбиғәт мөғжизәләрен танытыуҙың ябай ғына ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәгәндә, был ял итеүселәргә лә, уны ойоштороусылар өсөн дә күпкә отошло булыр ине. Барыһы ла ҡулдан килерлек, тиҙ арала башҡарыла торған эш. Теләк кенә кәрәк. Хәләл аҡсаһын түләп килгән туристарҙың талаптарына яуап бирерлек уңайлыҡтар тыуҙырылһын ине. Ни өсөн һәр саҡ беҙ сит илдәрҙе генә маҡтарға тейешбеҙ һуң?


Вернуться назад