Батырҙар онотолмаҫ06.08.2013
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө эҙәрмәндәре менән осрашты һәм отрядтың ҡала музейында булды.

Һуңғы йылдарҙа эҙәрмәндәр үҙ эшен әүҙемләштерә, был йүнәлешкә мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы ла йәлеп итә. Әйтәйек, былтыр Өфөнөң “Һуҡмаҡ” үҫмерҙәр клубынан “Урал” эҙәрмәндәр отряды Волгоград өлкәһенең Городище районына экспедиция ойошторҙо, Өфөлә тупланған 214-се уҡсылар дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап эҙләнеү эштәре алып барҙы. Һөҙөмтәлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, ошо урындарҙа һәләк булған бер нисә яҡташыбыҙҙың исеме асыҡланды. Быйыл был экспедиция дауам итте. Башҡортостандан һәм Өфөнән бер нисә отряд яу урындарында эшләй.
Парламент етәксеһе эҙәрмәндәрҙең эш һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды, музей экспозицияһын ҡарап сыҡты. “Дәүләт власы органдары был изге эштә ярҙам күрһәтәсәк”, — тине ул.


Вернуться назад