Фонд йөкләмәләрен мотлаҡ үтәйәсәк"Бәлә — аяҡ аҫтында", ти халыҡ. Ауыр хәлдә ҡалған, фажиғәгә тарыған, оло ҡайғы кисергән кешегә йылы һүҙ ҙә, аңлау ҙа, хәстәрлек тә кәрәк. Рәлиә Ғәликәйева менән Таһир Сапаровтың был яҡтан бәхете бар — яҡындары ла, дәүләт тә уларҙы баштарына төшкән ҡайғылары менән яңғыҙ ҡалдырманы. Сәләмәтлектән дә ҡиммәтерәк бер ни ҙә юҡлығын аңлаған был икәүгә үткән бәхетле көндәрҙе онотоп, өр-яңы ҡатмарлы йәшәү ҡанундарына яраҡлашырға тура килде.
Ҡасандыр эш урынында имгәнгән Рәлиә менән Таһир бөгөн киләсәккә маҡсат ҡуйып, пландар ҡороп йәшәй икән, быларҙың барыһы ла туғандарының, яҡындарының ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк. Шулай уҡ Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамын да иҫәпкә алмау мөмкин түгел.
— Үҙемдең яй ғына атлап йөрөгәнемде хәтерләмәйем, һәр ваҡыт осоп, йүгереп, ниндәйҙер ғәжәп кәйеф күтәренкелегендә, юғары тиҙлектә йәшәнем, — тип хәтерләй ҡатын үткән осорҙо.
Бер аҙым уның тормошон ғүмерлеккә үҙгәртер, бер секунд ваҡыт кеше яҙмышын хәл итер тип кем уйлаған? Рәлиәнең заводтағы йөк ташыусы лифттың төймәһенә баҫыуы менән ишек шар асыла. Лифтта уттың булмауына күнегелгәнгә күрә, ҡараңғылыҡ уны хәүефләндермәй ҙә. Ҡыҙ тәүге аҙымды яһау менән бушлыҡҡа оса. Ун бер метр араны үтеп, лифттың түбәһенә барып төшә...
— Дауахана койкаһында иҫемә килгәс тә, тороп йыуынырға, үҙемде тәртипкә килтерергә теләнем. Тәнем һис тыңлашмай, тора алмайым. Бындай ҙа ауыр хәлдә ҡалғаным юҡ ине, кеше көнлө булып нисек йәшәмәк кәрәк? Күҙҙән йәш аға, хәлемдең етдилеген аңлайым, әммә был тиклем дә оҙаҡҡа һуҙылырын башыма ла килтермәнем, — ти Рәлиә. — Яҙмышымды ҡырҡа үҙгәрткән был упҡындан ҡасан сығырымды төҫмөрләй ҙә алмай инем.
Тормоштоң әсе-сөсөһөн йәшләй татырға тура килгән Рәлиә Ғәликәйева менән әңгәмәләшеү йылы тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Ул — үҙ-үҙенә ышанған көслө спортсы, уҡтан атыу буйынса Рәсәй чемпионы.
— Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә бик рәхмәтлемен. Бындай ҙа ҡиммәтле реабилитацияны үтергә үҙемдең генә хәлемдән килмәҫ ине. Минең йыл да махсуслаштырылған шифаханаға путевка алыуға хоҡуғым бар. Ҡазаға тарыу һөҙөмтәһендә инвалидлыҡҡа юлыҡҡан кешеләргә автомобилдәр тапшырылыуы минең өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл ине. Бер ҡасан да машинам булманы. Ҡултыҡ таяҡтарында үҙемә бирелгән автомобилгә барып етеп, руль артына ултырыу менән ирек тәмен тойҙом, алдымда өр-яңы офоҡ асылғандай тойолдо. Хәҙер ул — минең төп ярҙамсым: дуҫтарыма барам, күнегеүҙәргә һәм ярыштарға йөрөй алам, — тип һөйөнә әңгәмәсем.
Киләһе йылда Рәлиәнең автомобилен, файҙаланыу ваҡыты үтеү сәбәпле, яңыға алмаштырмаҡсылар. Йыл һайын ул шифаханала дауаланыу мөмкинлегенә эйә, ҡултыҡ таяҡтарына, корсетҡа киткән сығымды ла Фонд тулыһынса ҡаплай. Бер аяғының һиҙгерлеге тергеҙелгән. Рәлиә яйлап икенсе аяғының да һау хәленә ҡайтыуына өмөтләнә.
— Тормошомдоң ағышы күпкә һүлпәнәйҙе, мин инде йүгермәйем, әммә алға табан барыуымды дауам итәм. Маҡсатым — Сочи ҡалаһында 2014 йылда үтәсәк Паралимпия уйындарында еңеү. Элек бик күп ҡиммәттәрҙе баһалай белмәгәнмен. Хәҙер һәр минутымды файҙалы үткәрергә тырышам. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, тик бына бер ҡасан да бейек үксәле туфлиҙа йөрөй алмаясағым үкенесле, — тип дауам итте һүҙҙе спортсы.
Аралашыу барышында ул бер нисә тапҡыр дуҫтары Таһир менән Аринаның ҡатмарлы яҙмышын телгә алды. Был икәүҙең тарихы — ысын мәғәнәһендә тоғролоҡ һәм мөхәббәт символы. Ғашиҡтар Яңы йыл байрамын икәү генә ҡаршыларға әҙерләнә. Киләһе йылда туйҙарын ҙур итеп үткәрмәкселәр. Ә яҙмыш тигәнең бөтә пландарҙы юҡҡа сығара ла ҡуя.
Таһир Өфө фанера комбинаты түбәһендә эшләгәндә бейектән ҡолай: аяҡ аҫтында ҡамасаулап ятҡан тросты ситкә алмаҡсы булып эйелгәс, ҡапыл тайып, йығылып төшә.
Типһә тимер өҙөрҙәй йәш ауыл егетенең ҡыбырҙай ҙа алмауы аяныслы. Арина уның эргәһенән бер минутҡа ла китмәй. Егеттең ҡулдары тыңлашмай, ярты йыл буйы яҙырға өйрәнергә, күнекмәләр яһарға тура килә. Йәш ғаилә иҫке ятаҡтың ҡыҫынҡы бүлмәһендә тормош юлын башлай, һаулығы шап-шаҡтай кешегә лә уңайлыҡтар ҡаралмаған торлаҡта йәшәүе ҡыйын, ә инвалидтар иңенә төшкән йөк айырыуса ауыр, күтәргеһеҙ. Төшөнкөлөк, аҡсаһыҙлыҡ, тәрән депрессия... "Ошондай саҡта Социаль страховка фонды дарыуҙарға, техник сараларға аҡса түләмәһә ни эшләр инек — белмәйем, — ти Арина. — Ул беҙҙең терәгебеҙ ҙә, өмөтөбөҙ ҙә булды. Был һис тә матур, яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел, ә ысынлап та шулай". Ғаилә башлығының яҙмышы тураһындағы телетапшырыуҙан һуң Сапаровтар ғаиләһендә тәрән үҙгәрештәр башлана. Хөкүмәт, уларға ҙур иғтибар күрһәтеп, фатир асҡысы тапшыра. Ә 2006 йылда Социаль страховка фонды Таһирға автомобиль бүләк итә.
Ғаилә фотоларын ҡарап ҡына ла йәш кешеләр араһындағы татыулыҡ, һөйөү, тоғролоҡ сатҡыларын тойомларға мөмкин. Бәхеттәрен һаҡлау өсөн уларға байтаҡ көс һалырға тура киләсәк әле. Бөйөк Еңеү көнөндә — 9 Майҙа —донъяға килгән Таһирҙа ышаныс та, ихтыяр ҙа көслө. Бәлки, аяҡҡа баҫыу, тамам һауығыу ихтималлығы ла юҡ түгелдер? Мөғжизәгә килә ышанғы...