Дыуан районында үҙаллы эшләүсе бер нисә балалар баҡсаһы иҫәпләнә. Шуларҙың береһе — Мәсәғүт ауылында урынлашҡан “Алтын асҡыс” балалар баҡсаһы. Эштең яңы тәртибенә улар 2010 йылдың ғинуарында күскән. Балалар баҡсаһы мөдире Лия Зәғәфуранова әйтеүенсә, үҙаллылыҡҡа өйрәнеп китеүе, яраҡлашыуы еңел булмаған.
— Автономлыҡ тәү сиратта бюджеттан бүленгән финанс сығымдарын үҙаллы тотонорға мөмкинлек бирә. Бюджеттан тыш та иҫәп асҡанбыҙ. Был иһә коллективҡа төрлө түләүле хеҙмәттәр күрһәтергә нигеҙ булып тора. Шуныһын да әйтергә кәрәк: яңы шарттар беҙҙе аҡсаны һаҡсыл тотонорға ла өйрәтте. Үҙебеҙ эшләп тапҡан аҡсаға йәшәргә мәжбүр булғас, һәр тинебеҙ иҫәпле, — ти Лия Рафаил ҡыҙы.
Әлбиттә, был осраҡта бөтә нәмә аҡса менән иҫәпләнә икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Һәр башланғыс бала мәнфәғәтенән сығып башҡарыла. Әйтәйек, бина әлеге бюджет аҡсалары иҫәбенә тулыһынса төҙөкләндерелгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Баҡсаның медицина блогы көслө, бында ла заман талаптарына ярашлы ремонт эшләнгән, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған.
Ғөмүмән, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең сәләмәтлегенә иғтибар көслө. Даими хәстәр, дөрөҫ туҡланыу, физик культура, сыныҡтырыу — тәрбиәселәрҙең маҡсаттары ошо төшөнсәләрҙә берләшә. Әйткәндәй, “Алтын асҡыс”та төрлө түңәрәктәр ҙә эшләй. “Күңелле телмәр”, “Яҡшы кәйеф”, “Кәкес танаулылар”, “Урманлыҡай” һәм башҡа түңәрәктәргә, “Тамсыҡай” театр студияһына бәләкәстәр айырыуса теләп йөрөй икән. Әйткәндәй, мәктәпкәсә йәштәге балалаларға тәғәйенләнгән “Кәкес танаулылар” программаһының авторы Лиана Ишмөхәмәтова әлеге хеҙмәтен Бөтә Рәсәй конкурсына ла тәҡдим иткән һәм тәрбиәсенең башланғысы юғары баһаланған. Хәйер, тәжрибәле педагогтар балаларҙа китапҡа, мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә ниндәй генә алымдар уйлап тапмаған! Һәр дәрес уйынға ҡоролған.
Коллектив көслө. Өлкән тәрбиәсе Ирина Иванова, балалар баҡсаһы асылған көндән алып эшләүсе ашнаҡсы Шәүрә Дисбиянова, өлкән шәфҡәт туташы Татьяна Лесарева, музыкаль етәксе Оксана Теплых, логопед Марина Пастухова, педагог-психолог Лариса Шишикина һәм башҡалар — алыштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәр. Уңыштары ла тос: “Алтын асҡыс” 1997 йылдан алып яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса райондың иң көслө мәктәпкәсә учреждениеһы иҫәпләнә. Бер нисә тапҡыр республика ярыштарында ҡатнашып, “Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы мәғариф учреждениеһы”, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы инновацион балалар баҡсаһы” номинацияларында еңеү яулаған.