Салауат мәсетендә балалар өсөн йәйге лагерь эшләне.
Ике аҙна дауамында 10 бала ғәрәп яҙмаһын, ислам дине ҡанундарын өйрәнде. Улар өсөн төрлө ярыш, күңел асыу саралары ойошторолдо. Ял итеүселәр Стәрлетамаҡ, Ишембай мәсеттәрендә, Торатауҙа, “Юрматы ере” мемориаль комплексында ла булды. Хәйриә маҡсатында ойошторолған лагерҙа балаларҙы бушлай туҡландырыу хәстәрләнгән.
Был изге эштең башлаусыһы һәм ойоштороусыһы Рәмил хәҙрәт Насиров үҙенең изгелек юлында булыуы, дин тәғлимәттәрен халыҡҡа өйрәтеү йәһәтенән әүҙемлеге менән билдәле.
— Ололарҙы ғына түгел, йәш быуынды ла иманлы, итәғәтле, ихтирамлы булып үҫһен өсөн дин юлына әйҙәү, өйрәтеү, уҡытыу бурысы тора. Шул ваҡытта ғына мәсет ғилем таратҡан, әхлаҡҡа, тәрбиәгә өйрәткән изге урынға әйләнәсәк, — ти ул.