Өфөнө шундай итеп күрәм06.08.2013
Һәйкәлдәр тере, уларҙа кешеләге кеүек үк атомдар хәрәкәт итә. Һәйкәл эргәһендә гөл-сәскә үѕә икән, ул хуш еѕте тоясаҡ. Өлкәндәргә балаларын, ейәндәрен сәнғәт ҡомартҡыларын ҡәҙерләргә өйрәтергә кәрәк. Һәйкәлдәр осраҡлы рәүештә тыумай, улар ҡасандыр ғүмер кисергән, ғазап сиккән, азатлыҡ өсөн көрәшеп, ожмах мәңгелегенә эләккән кешеләргә, мәѕәлән, фашистарҙың утлы амбразураһына ташланып, башҡаларҙың именлеге хаҡына йәп-йәш килеш йәнен фиҙа ҡылған Матросов, Ғөбәйҙуллин кеүектәргә ҡуйыла.

Медицина хеҙмәткәрҙәре, көн-төн кеше ғүмере өсөн көрәшеп, эшен намыѕлы башҡара. Өфөнөң В. Ленин һәм Ә. Вәлиди урамдары киѕешкән ерҙә республикабыҙҙың күренекле медицина хеҙмәткәрҙәренә сюжетлы һәйкәлдәр ҡуйырлыҡ урын бар (ундағы студенттар кафеһын икенсе урынға күсерергә кәрәк).
Гәзиттә Башҡортостанда балалар церебраль параличын (ДЦП) дауалауҙары хаҡында мәҡәлә баѕылғайны. Минеңсә, һөҙөмтә булһын өсөн ауырыу сабый саҡтан уҡ дауаланырға тейеш. Өфөләге 13-сө республика мәктәп-интернатында I группаға ҡараған церебраль фалиждан яфаланыусы балалар белем ала һәм дауалана. Эргәлә генә Киров районының 324-се балалар баҡсаһы урынлашҡан. Ауыр сирҙән ыҙа сиккән балаларҙы ошо учреждениела тыуғандан алып мәктәпкәсә тәрбиәләргә булыр ине. Бындай сабыйҙарға тейешле белем биреүгә, оператив ярҙам күрһәтеүгә генә түгел, шулай уҡ профилактикаға, физик үѕешкә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Кескәй саҡтан уҡ бина эсендә лә, майҙансыҡта ла, урамда ла физкультура ҡорамалдарын файҙаланыу шарт. Әлегә 13-сө мәктәп-интернаттың бинаһында ла, биләмәһендә лә ундай ҡорамалдар етерлек түгел, булғандарының да сифаты түбән. Ниәтте бойомға ашырыу өсөн 324-се балалар баҡсаһы менән 13-сө мәктәп-интернатты берләштерергә кәрәк. Ул церебраль фалиж менән ауырыусы балаларҙы дауалауҙа һәм уларға белем биреүҙә донъялағы алдынғы технологияларҙы ҡулланыу мөмкинлеген асыр ине.
Арабыҙҙағы аҡылы зәғиф кешеләр хаҡында ла оноторға ярамай. Бындай ауырыуҙарҙың күптәре йәмғиәттә үҙ урынын тапмай. Владивосток урамындағы 4-се йортта урынлашҡан Психик һаулыҡ үҙәге сирлеләр өсөн дә (туғандары һәм яҡындары менән йышыраҡ күрешеү йәһәтенән), медицина персоналына ла (эшкә йөрөү яғынан) уңайлы ине. Был дауахананы һүтеп, Шакша аръяғына күсереү дөрөҫ аҙым түгел, сөнки туғандар менән һирәк күрешеүҙән былай ҙа яралы күңелгә тағы ла ҙурыраҡ ғазап киләсәк. Ә бына ҡала уртаһында урынлашҡан төрмәне ситкә күсерергә мөмкин. Психиатрия дауаханаһын Затонда урынлаштырыу яҡшыраҡ булыр ине. Уның эргәһендә Күңел һарайы төҙөп, пациенттарҙың диагноздары буйынса спектаклдәр ҡуйғанда!.. Әйбер ҡоло булыуҙан туҡтарға, күңел хаҡында уйланырға ваҡыт.
Психотерапия тураһында фильмдар төшөрөргә һәм күрһәтергә мөмкин. Табиптар һәм халыҡ өсөн тейешле китапхана ойоштороу зарур. Кеше күңеле тураһындағы фәнде әлегәсә һис ҡасан да күрелмәгән бейеклеккә, асыҡлыҡҡа күтәрергә кәрәк.
Ахыр килеп, шуны ла әйтмәксемен: Өфө ҡалаһындағы күп йорттарҙа тәртип һандары һәм урам атамаларының күрһәтелмәүе — ҙур проблема. Был айырыуса ашығыс медицина ярҙамы врачтарының эшен тотҡарлай.


Вернуться назад