Иркенләп йәшәге килә06.08.2013
III группа инвалидымын. Бер туған энем атай йортона ҡайтып төпләнгәс, үҙем өй һатып алып керҙем. Өс ҡыҙ үҫтерҙем. Хәҙер балаларым үҙаллы донъя көтә.

Энемдең улы ихатама өй һалып ингәйне. Йәш кеше бит инде — донъяһын киңәйтә лә киңәйтә. Минең иҫке йортом уныҡы янында бигерәк тә ҡойто булып күренә. Бәләкәй генә итеп булһа ла, яңы өй күтәрергә ине.
Бала саҡтан эшләп үҫтек. Элек ас-яланғас, интегеп йөрөгәс, әле иркенләп йәшәге килә. Ситтән килгән кешеләр ҙур-ҙур йорттар һала бит, ә минең, ғүмер буйы ошо ауылда йәшәп, иң ауыр замандарҙа эшләгән кешенең, торлаҡ яңыртырға хаҡым юҡмы ни?! Күпме түрә тупһаһын тапаным, әммә мәсьәлә хәл ителмәй...


Вернуться назад