“Һаумыһығыҙ, башҡорттарым!”06.08.2013
Шулай тип саф башҡортса өндәште магазинда торған халыҡҡа ишекте шар асып килеп ингән мөһабәт кәүҙәле бер ир кеше.
– Һаубыҙ, һаубыҙ, үҙең һаумы, ҡустым?
– Әйҙә, алға уҙ, – тиеште һатып алыусылар.
Теге ир сираттың аҙағына барып баҫты. Йомошомдо йомошлаһам да, сығырға ашыҡманым, ишек төбөндә уны көтөп торорға булдым. Кемлеген белергә ине иҫәбем. Алаһы әйберҙәрен алып, ишеккә ыңғайлағас, түҙмәнем, “Ҡайһы яҡ башҡорто булаһың, мырҙам?” тип уға яҡынланым.
– Ағай, мин башҡорт түгел, сыуаш…
Һөйләшә-һөйләшә магазиндан сыҡтыҡ. Ул үҙенең Оло Һүрәм буйындағы бер ауылдан икәнлеген, хәҙерге көндә Иҫәнғолда йәшәүен һөйләне. Исеме Александр икән, башҡорттарҙың уға Алтынбай тип “исем тағыуын” да ғорурлыҡ менән әйтеп ҡуйҙы.
Ғәҙәтем буйынса уның һ, ҙ, ҡ, ә, ө, ү, ҫ, ғ, ң өндәрен дөрөҫ ҡуллана алыу-алмауына иғтибар иттем. Бөтәһе лә үҙ урынында! Бына, мин әйтәм, кемдән өлгө алырға кәрәк милләттәштәремә! Бер меңде – “бер мен”, “миңә”не “минә” тип үҙ телен емереп-ватыусылар күп әле арабыҙҙа…
Ике-өс айҙан һуң Алтынбай йәшәгән урамдан үтергә тура килде. Ҡарағайҙан буралған ҙур өй тәңгәлендә бейейҙәр, төрлө телдә таҡмаҡ әйтәләр, йырлайҙар – ихатаһы гөрләп тора! Тиҙерәк үтеп китергә тип, урамдың һул яғына янтайып, аҙымдарымды ҡыҙыулаттым. Шул арала ҡаршымда Алтынбай пәйҙә булды.
– Ә-ә-ә, теге ағай икән! – тине ул, шатлығы менән уртаҡлашып. – Бына әле бер ҡыҙымды Һарыҡташ районындағы бер башҡорт егетенә кейәүгә бирҙем, икенсе ҡыҙым да шул ауылға килен булам ти…