Шөкөр, Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы төрлө акциялар, конкурстар ойошторола. Был йәһәттән, мәҫәлән, районыбыҙҙың Һәйетҡол ауылында башланып, бөтә республикаға таралған «Айыҡ ауыл» бәйгеһен атап үтергә була. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта сәләмәт тормош яҡлылар рәтенә йәштәр ҙә дәррәү ҡушылды.
Күптән түгел ғүмер юлын бергә үтергә ҡарар иткән Һәйетҡол ауылы һылыуы Рүзилә Фәттәхова менән Бөрйән егете Заһир Ҡаһарманов (һүрәттә), Буранғол сибәре Гөлнәзирә Нәбиуллина менән Ҡаҙмаш батыры Ильяс Ибраһимов туйҙарын спиртлы эсемлекһеҙ үткәрҙе.
Ике ғаиләлә лә айыҡ туйҙар йәштәрҙең теләге буйынса ойошторола. «Балалар дингә тартыла, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай, ихтирам итә», – тип ҡыуана ата-әсәләр. Ысынлап та, Ҡаһармановтар менән Ибраһимовтарҙың никах байрамдары милли йолаларға нигеҙләнеп үткәрелә. Ҡайны-ҡәйнә килен һатып ала, йәш кәләшкә һыу юлын күрһәтә, һандыҡ һата, ҡыҙ оҙата. Төрлө һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәрҙә иһә эсемлектәрҙән ҡымыҙ менән буҙаға өҫтөнлөк бирелә.
– Һикһәндән ашыу ҡунаҡ саҡырылды. Араҡы, башҡа спиртлы эсемлек булмаһа ла, байрамға йыйылыусылар араһында кәйефһеҙ ултырыусылар бөтөнләй юҡ ине. Көлдө лә, уйнаны ла, йырлап-бейене лә туғандар. Өйләнмәгән ҡунаҡтар «туй мәжлесен эскеһеҙ ҙә күңелле үткәреп була» тигән һығымта яһап ҡайтты, – ти туғанлашҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар.
– Буранғол ауыл биләмәһендә айыҡ туйҙар быға тиклем дә күп булды. Мәжлесте хәмерһеҙ үткәреүҙе ата-әсәләренә йәштәр үҙҙәре тәҡдим итә, был бигерәк тә ҡыуаныслы. Сәләмәт тормош яҡлы ҡыҙҙар һәм егеттәр барҙа киләсәгебеҙ иманлы, өмөтлө буласаҡ. Айыҡ туй – халҡыбыҙҙың асылына ҡайтыуы ул. Ошо матур башланғысты һаҡларға, дауам итергә кәрәк, – тине Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф. Ш. Мәхмүтов.
Эйе, Рүзилә һәм Заһир Ҡаһармановтарҙың, Гөлнәзирә һәм Ильяс Ибраһимовтарҙың шаулап-гөрләп уҙған айыҡ туйҙары — күптәргә үрнәк. Йәштәрҙең шулай күркәм башланған тормош юлы бәхеттә, шатлыҡта ғына үтһен.