Бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ06.08.2013
Түбәнге Ләмәҙҙә ҡунаҡта саҡта йәшлек дуҫтарыбыҙ "Башҡорт балы" байрамына алып барасаҡтары хаҡында белдергәс, теләктәрен ихлас ҡабул иттек. Күңелдәге бай тәьҫораттарҙы, йылы иҫтәлектәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел.

Беренсенән, бал йәрминкәһен күрҙек, тәмле ризығыбыҙҙың ниндәйе генә юҡ! Умартасыларҙың күплеге, йылдан-йыл артыуы улар өсөн урындағы хакимиәт тарафынан яҡшы шарттар тыуҙырылыуын, һәр береһенә даими ярҙам күрһәтелеүен аңлата, минеңсә. Икенсенән, көрәш, ҡолғаға үрмәләү, волейбол кеүек сәмле спорт уйындары ойошторолдо. Ҡыҫҡаһы, ысын һабантуй инде. Бынан тыш, ауылдаштарға осрашып күрешеү өсөн уңайлы мөмкинлек тыуҙырылған, аҙаҡтан бөтәһе лә бай йөкмәткеле концерт ҡарап кинәнде. Ҙур булмаған ауылда тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле ошондай сараның уҙыуы, һүҙ ҙә юҡ, ҡыуаныслы.
Ғөмүмән, был яҡтарға юлыбыҙ йыш төшә. Төбәк һәр ваҡыт үҙенең төҙөклөгө менән иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙағы уңыштар, ҡаҙаныштар тураһында йыш ишетелеп тора. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Нурислам улы Мусиндың киләсәккә заман күҙлегенән сығып аныҡ маҡсаттар билдәләүенә, ябай халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртыуына туранан-тура бәйле. Белеүемсә, етәкселектең тырышлығы менән районда торлаҡ күп төҙөлә, ауыл хужалығы икенсе һулышын кисерә, юлдар торошо күҙгә күренеп яҡшыра, бүтән социаль мәсьәләләр хәл ителә.


Вернуться назад