Аралар өҙөлмәһен06.08.2013
Аралар өҙөлмәһенРедакцияға республиканың төрлө төбәгенән хаттар күп килә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: матбуғат дуҫтарын милли баҫмаларҙың йөкмәткеһе, биҙәлеше генә түгел, тыуған еребеҙҙең, туған телебеҙҙең, килер быуындарҙың киләсәге лә борсой, улар уй-фекерҙәре, кәңәштәре менән ихлас уртаҡлаша.
Тәүге хат юлдарына күҙ һалайыҡ. «Беҙ, һуғыш осоро балалары, үлән ашап, көслө булып үҫтек. 11-12 йәштәрҙә ялан аяҡ колхоз баҫыуҙарында иген утап йөрөнөк. Мин мәктәптә яҡшы уҡыным, IX кластан һуң беҙҙең кеүек атайҙары һуғыштан ҡайтмаған балаларҙы һарыҡ фермаһына мәжбүрләп эшкә ҡуштылар. Шулай ҙа бирешмәнек, мал үрсемен арттырыу өсөн йоҡламаныҡ, бәрәстәрҙе ҡарап үҫтерҙек. Иң матур үҫмерлек йылдары малсылыҡта эшләп үтте. Иген өлгөргәс, уны кесерткән ҡапсыҡтарҙа күтәреп ташыныҡ. Эш ауыр ине, шулай ҙа алдынғы булдыҡ, комсомол конференцияларына йөрөү беҙгә шатлыҡ ине. Ул заманда дөрөҫлөк, тигеҙлек тураһында лекциялар ойошторола ине, йәштәр тәртипле, уңған булды.
1964 йылда Талбазылағы төҙөлөш ойошмаһына килдек. Иптәшем 38 йыл алдынғы механизатор булды, аяҡтары һыҙлап, былтыр майҙа донъя ҡуйҙы. Абруй ҡаҙанған хеҙмәт ветераны тип ярҙам ҡулы һуҙыусы юҡ. Хәҙер элек эшләгән кешеләр — хәйерсе, ә ялҡауҙар байып, бөтә балаһына йорт һалдыра. Элек дауаханаға барған кеше терелеп ҡайта ине, ҡәҙере булған ябай әҙәм балаһының», — тип яҙып ебәргән Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Ғәзимә Шәмсетдинова. Авторҙың хәбәрселәргә лә әйтер һүҙҙәре бар. «Башҡортостан»ды илле йылдан ашыу алдырып уҡыйым, бабайым вафат булғас, ҡыйын ваҡыттарҙа ул берҙән-бер йыуанысым булды», — тип өҫтәгән.
Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһенән Заря инәйҙе ҡарағайҙар яҙмышы борсой. Был турала ул былай тип яҙа: «Рыльский урамында егерме йыл үҫеп ултырған ҡарағайҙарҙы, төҙөлөш барыу сәбәпле, апитерапия үҙәге янына күсереп ултырттылар. Был йорт кешеләренең туҡтауһыҙ һыу һибеүе лә ҡарағайҙарға яңы урында үҫеп китергә ярҙам итмәне. Бөгөн ағастар халыҡҡа ҙур хәүеф тыуҙыра: берәйһе яңылыш тәмәкеһен ташлап китһә, дөрләп янып китәсәк. Үҙәк ихатаһында шыршылар үҫә, уларға ла янғын тоҡаныуы ихтимал».
Сираттағы хат авторы — Нефтекама ҡалаһынан Фәнил Шәрипов. «Әлегә тиклем этнографик яҡтан башҡорт ырыуҙарының килеп сығышы, ғөрөф-ғәҙәте, теле, кейгән кейеме, ғөмүмән алғанда, мәҙәниәте татар-монголға эйәреп килгәндәрҙеке менән бер ҡалыпҡа һалып ҡаралды. Минең, көнбайыш ҡаңлы ырыуы башҡорто булараҡ, күп йылдар эҙләнеүҙәрем, тикшеренеүҙәрем башҡа һөҙөмтәгә килтерҙе. Көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш төбәктәрҙәге Бөгөлмә, Бәләбәй, Минзәлә һәм Бөрө өйәҙҙәрендә йәшәгән башҡорттар айырылып тора. Бер өлгө итеп кейгән кейемдәрен алайыҡ, ул рәссам С. Мөхәмәтшин төшөргән һүрәттә асыҡ күрһәтелгән. Шуны әйтергә теләйем: әлегә тиклем Ҡаңны-Төркәй ауылы халҡына көсләп тағылған традицион кейем тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй», — тип яҙған тарихсы-этнограф.
Гәзит уҡыусылар араһында тормош мәшәҡәттәре, урындарҙағы етешһеҙлектәр тураһында яҙып ебәреүселәр бихисап. Уларға ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, район етәкселәре менән бәйләнешкә инәбеҙ. Бына, мәҫәлән, күптән түгел Өфө ҡалаһынан Лилиә Шәрәфетдинова беҙгә ошондай хат менән мөрәжәғәт итте: «Өфө, һис шикһеҙ, матур ҡала, әммә күңелһеҙ мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. «Үҙәк баҙар» трамвай туҡталышында (Революция урамы буйлап) ике ҡайын тирә-яҡты йәмһеҙләп ултыра. Улар инде күптән япраҡ ярмай, хәүеф кенә тыуҙыра. Үтеп барған транспортҡа ла ауыуы ихтимал. Тейешле урынға шылтыратып, мәсьәләне хәл итһәгеҙ ине». Был хатты Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Таһир Гәрәевкә ебәрҙек. Ошо көндәрҙә түбәндәге яуапты алдыҡ: «Красная туфелька» аяҡ кейеме магазины ҡаршыһындағы ҡайындар Совет районының «Тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан киҫелде».
Гәзит уҡыусылар менән ике яҡлы хеҙмәттәшлекте өҙмәй, уларҙың ярҙамын, кәңәш-төңәшен һиҙеп йәшәгәс, эшләүе лә күңелле.
Хөрмәтле дуҫтар! «Ялыу кенәгәһе»ндә һеҙ йәшәгән төбәк халҡын борсоған һәм күптән хәл ителмәгән мәсьәләләр тураһында мәғлүмәт донъя күрһен тиһәгеҙ, 272-35-11 телефонына йәки гәзитебеҙҙең Интернеттағы электрон адресы ([email protected]) буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һеҙ күтәргән көнүҙәк мәсьәлә республика, ҡала һәм район етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ.
Һеҙҙән хат-хәбәр, шылтыратыуҙар көтәбеҙ!


Вернуться назад