Бала саҡ алдында һәр кем яуаплы03.08.2013
Өфө районының Булгаков ауылында ете йәшлек малайҙың юғалыуы мәктәп коллективын, полиция хеҙмәткәрҙәрен, ауылдаштарҙы бер нисә көн буйы көсөргәнештә тотто. 16 төркөм төрлө яҡҡа һибелеп, көнө-төнө эҙләү эштәрен ойошторҙо. Бары хәмер ҡоллоғонан сыға алмай йонсоған әсәйҙең генә бер ниҙә эше юҡ, хатта улының ике көн буйына өйҙә ҡунмағанын белгәс тә полицияға хәбәр итмәй, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп ҡуймағайҙары тип, үҙе өсөн нығыраҡ борсола. Уҡытыусылар ваҡытында саң һуҡмаһа, хәлдең фажиғәле тамамланыуы ла мөмкин ине.

Балаларының яҙмышына битараф, уларҙың киләсәге менән генә түгел, бөгөнгөһө менән дә ҡыҙыҡһынмаған, борсолмаған, имен булмаған алты меңгә яҡын ғаилә иҫәпләнә республикабыҙҙа. Тимәк, шунса ата-әсә үҙенең законда ҡаралған бурыстарын үтәмәй. Ә Рәсәй буйынса ундай вайымһыҙ өлкәндәр, ҡарауһыҙ балалар күпме?
Өфөлә Волга буйы, Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ федераль округтарының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса подразделениелары етәкселәре, тәртип боҙоусыларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәктәре, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия вәкилдәре ҡатнашлығында үткән семинар-кәңәшмәлә балалыҡҡа ҡағылған иң ҡырҡыу мәсьәләләр ҡаралды. Рәсәй Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары, полиция генерал-майоры Виктор Ким, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры вазифаһын башҡарыусы юстиция генерал-майоры Виктор Михайлов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Эске эштәр министрлығы вәкиле, полиция полковнигы Елена Новосельцева, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова һәм башҡалар ҡатнашты.
Бәлиғ булмағандар араһында тәртип боҙоу, енәйәт ҡылыу осраҡтарын иҫкәртеү, ҡарауһыҙ ҡалған үҫмерҙәрҙе асыҡлау — хоҡуҡ һаҡлау органдары алдында торған етди мәсьәлә. Һуңғы биш йылда республикала ошо категорияға ҡараған балалар араһында енәйәт осраҡтарының ике тапҡыр кәмеүен ыңғай күренеш тип баһаларға кәрәк. Был һандар артында ауыр, тынғыһыҙ көндәлек хеҙмәт тороуы яҡшы билдәле. Төрлө ведомстволарҙың ҡулға-ҡул тотоноп, кәңәшләшеп эшләү һөҙөмтәһе был. Ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың 88 процентын ғаиләгә урынлаштырыу, уллыҡҡа алыусыларға — әсәлек капиталы, ә инвалид баланы ғаиләгә һыйындырғандарға ярты миллион һум күләмендә дәртләндереү бүләге тапшырыу, төнгө ваҡытта бәлиғ булмағандарҙың урам ҡыҙырыуына юл ҡуймау (“комендант сәғәте” булдырыу), “полицейский кластары”н булдырыу, ғаиләләр менән өҙлөкһөҙ аңлатыу эшен алып барыу һәм башҡа эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү үҙ емештәрен бирмәй ҡалмаған. Вице-премьер Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, өҫтәмә белем биреү учреждениелары эшен тәьҫирле ойошторғанда балаларҙың буш ваҡытын файҙалы, йөкмәткеле үткәреүҙә һынылыш яһаласаҡ. Ул, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың яуаплы эшендә ҙур уңыштар теләп, ҡайһы бер етди тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙың яҙмышы аяныслы. Ни өсөн ҡайһы бер төбәктәрҙә бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселек күкрәп сәскә ата? Сәбәбе ниҙә — эшһеҙлек йәки шөғөл таба алмауҙамы, әллә хәмерҙең ата-әсәлек инстинктын “йыуып” юҡҡа сығарыуындамы? Һәр хәлдә ҡарауһыҙ балаларҙың ауыр, ҡатмарлы яҙмышы өсөн беҙ, өлкәндәр, ғәйепле һәм яуаплы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иң “осло”, үҙәккә үткән мәсьәләләрҙе уртаға һалып фекер алышмаҡсы.


Вернуться назад