Финанс пирамидалары әүҙемләшә03.08.2013
Башҡортостанда кредит ойошмаларынан аҡса алыусылар менән финанс пирамидаһы рәүешендә эш иткән мутлашыусылар әүҙемләште, тип иҫкәртә республиканың Милли банкы.
Айырым ойошмалар клиентҡа ҙур ташлама вәғәҙә итә. Ғәмәлдә иһә кредит ошо клиенттан һуң мөрәжәғәт иткән кешенең аҡсаһы иҫәбенә хеҙмәтләндерелә. Бындай ойошмалар социаль селтәрҙә реклама менән әүҙем шөғөлләнә. Уларҙың офистары республикала йылдам тарала. Милли банктың матбуғат хеҙмәте, бындай ойошмаларға мөрәжәғәт итеп клиенттар хаталанмаһын ине, тип иҫкәртә, сөнки кредит ойошмаһы аҡсаны тап заемсынан талап итәсәк. Шуға күрә кредит алған кешеләргә финанс йөкләмәләрен үҙаллы үтәргә кәңәш ителә.