17 миллион һум урлаған!03.08.2013
Өфөнөң Совет районы прокуратураһы “СтройИндустрия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке директорына ҡарата асылған енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарарын раҫланы. Ул торлаҡ һатып алырға теләгән кешеләрҙең 17 миллион һум аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә.
47 йәшлек Венера Носкова 2009 — 2011 йылдарҙа “Үҙ йортом” республика программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөүгә аккредитация алған. Ҡатын 17 кешене программала ҡатнашыусылар исемлегенә индерергә, ташлама менән торлаҡ төҙөргә вәғәҙә иткән. Ул бөтәһе 17 миллион һум самаһы аҡсаны алып, үҙ файҙаһына тотонған, шул уҡ ваҡытта фирма директоры йөкләмәләрен үтәмәгән.
Венера Носкова Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса айырыуса ҙур күләмдә мутлыҡ ҡылған өсөн хөкөм ителде. Ғәйепләү һығымтаһы тапшырылғандан һуң енәйәт эше Өфөнөң Совет район судына ебәрелә.
Республика Президентының матбуғат хеҙмәте был хәлде торлаҡ төҙөү баҙарында тәртип булдырыу һәм яңырыу миҫалы булараҡ баһаланы.
“Һуңғы йылдарҙа ошо өлкәләге хәлдең ҡатмарлылығын иҫәпкә алғанда, уны бер көн эсендә генә яйға һалып булмаясаҡ. Шулай ҙа иң мөһиме — алға китеш бар”, — тине Башҡортостан Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев. Ул төҙөлөш фирмаһының элекке директорын яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы — дөрөҫ йүнәлештәге эш, һәм Рөстәм Хәмитов күптән төҙөлөш өлкәһендә тәртип булдырыуға ынтыла, тип билдәләне.