Сибай институты — иң яҡшыһы27.12.2011
Сибай институты — иң яҡшыһыБашҡорт дәүләт университетының Сибай институты — республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн, ысын мәғәнәһендә, белем мәккәһе. Ул республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә киң танылыу тапҡан. Егерме йылда 10 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған белем усағы ныҡлы матди-техник базаһы, белем биреү шарттары, “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы, юғары кимәлдәге кадрҙар ҡеүәте менән ғорурланырға хаҡлы.
Уҡыу йортонда халҡыбыҙҙың тарихына хөрмәт йөҙөнән ҙур эш башҡарыла: батырҙар аллеяһы булдырылған, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре М. Аҡмуллаға, М. Өмөтбаевҡа, башҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”ға барельефтар ҡуйылған. Бөгөн Сибай институтының матди-техник базаһына көнләшерлек: бында заман талаптарына яуап биргән уҡыу-уҡытыу лабораторияһы, яңы ҙур ашхана, өс китапхана, мультимедиа ҡорамалдары, интерактив таҡта менән йыһазландырылған 10 аудитория бар.
Рухлы, юғары белемле, заман талаптарына яуап биргән белгестәр әҙерләү өсөн һигеҙ фән докторы, йөҙҙән ашыу фән кандидаты хеҙмәт һала. Бөгөн 50-нән ашыу кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа. Бакалавр системаһы киң ҡулланыла, көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре һөҙөмтәле эшләй. Сибай институтының өс уҡыу корпусы, алты факультеты, 27 кафедраһы бар. Студенттар “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә базаһында йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, йәшелсәселек һәм игенселек буйынса өҫтәмә һөнәрҙәр үҙләштерә.
Шулай уҡ студенттарҙың сәләмәтлеген хәстәрләүҙә ҙур эш башҡарыла. Баймаҡ районының Талҡаҫ күле янындағы Иҫән ауылында институттың ял базаһы урынлашҡан. Теләүселәр йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә унда һаулығын нығыта, рәхәтләнеп, хозур тәбиғәт мөйөшөндә ял итә ала. Йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү ҙә институт етәкселегенең төп бурыстарының береһе. Был йәһәттән сибайҙарға көнләшергә генә ҡала. Күптән түгел сафҡа ингән спорт комплексы өс спорт залын, гимнастика, тренажер залдарын, еңел атлетика манежын, асыҡ һауала гимнастика яһау өсөн күп һанлы спорт майҙансыҡтарын үҙ эсенә ала. Бындай яҡшы матди-техник база хатта халыҡ-ара кимәлдә чемпиондар әҙерләү мөмкинлеген бирә.
Сибай институты тураһында һөйләгәндә уның директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтмәү мөмкин түгел. Бөтә нәмә етәксенең булдыҡлылығынан килә. Зиннур Ғөбәйҙулла улы кеүек илем, телем тип йән атып эшләгән, йәшәгән, йәштәрҙең идеяларын күрә һәм үҫтерә белгән шәхестәр булғанда уҡыу йорттарының, ғөмүмән, мәғарифтың киләсәге өсөн борсолаһы түгел. Башлыса башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре уҡыған был уҡыу йорто матбуғатты таратыу буйынса ла күптәргә өлгө. Киләһе йылда улар “Башҡортостан”ды 104 дана алдырасаҡ.


Вернуться назад