Учалыла — ғәҙәттән тыш хәл03.08.2013
Районда ямғыр күптән инде бер туҡтамай яуа. Метеостанция мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 27 — 31 июлдә генә 163,2 мм яуым-төшөм булған. Ошондай уҡ йәй 1987, 1999 йылда күҙәтелгән. Шулай ҙа быйылғы июлдә яуым-төшөм күрһәткесе — иң юғарыһы.

Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә тыуған хәлде яйға һалыу, уның зыянын кәметеү буйынса сара күреү маҡсатында Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев 1 августан юғары әҙерлек режимын ғәмәлгә индереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Учалы районындағы бүлегенең, шулай уҡ барлыҡ ойошмаларҙың көстәре һәм саралары тәртипкә килтерелде. Ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына, предприятиелар етәкселәренә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға, авария-ҡотҡарыу бригадаларын көсәйтергә, халыҡты ташыу, һыуҙы һурҙыртыу өсөн техниканы көйләргә тәҡдим ителде. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә райондағы хәл тураһында мәғлүмәтте даими йыйырға ҡушылды.


Вернуться назад