Йылмайып көлөп кенә03.08.2013
Ике йәһүд балыҡ ашап ултыра. Береһе үҙенә ҙур киҫәкте ала, ә иптәшенә бәләкәйерәкте һала. Иптәше үпкәләп:
— Һинең урыныңда булһам, мин һиңә ҙур киҫәкте, ә үҙемә бәләкәйерәген һалыр инем, — тигән.
— Бәй! Күҙеңде асыбыраҡ ҡара — бәләкәйерәк киҫәк бит алдыңда! — тип яуаплаған дуҫы.
* * *
Бер чукча дуҫтарына килеп маҡтана икән:
— Мин бөгөн таксисты алданым!
— Ай-һай, афарин, дуҫҡай. Чукчалар ахмаҡ түгел шул. Ә нисек алданың?
— Таксисҡа аҡса бирҙем дә үҙем ултырып барманым.
* * *
– Ике икең нисә була? – тип һорай уҡытыусы Ғәлиҙән.
– Белмәйем, онотҡанмын.
– Ә дүрт дүртең?
– Онотҡанмын.
– Һин бөтә нәмәне онотоп бөттөңмө әллә?
– Юҡ та. Калькуляторымды ғына бөгөн өйҙә ҡалдырғанмын.
* * *
Башҡорт урман буйлап китеп бара икән. Ҡараhа, бер немец һаҙлыҡта ята... Ул үтенеп ялбарырға тотонған:
— Хай - хай!!!
Башҡорт аптырап та тормаған:
— Һай булғас, нимә ҡарап ятаң унда? Сыҡ! – тип әйтеп һалған.