Тәмле булһын!03.08.2013
Бәрәңгенән кәтлит

10 – 12 бәрәңге, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы аҡ май, ике аш ҡалағы он йәки сохари онтағы, бер баш һуған, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ йәки май, тәменсә тоҙ һәм йәшел тәмләткестәр.

Бәрәңгене әрсеп бешерергә. Һыуын һар ҡытҡас, киптерә бирергә лә ҡайнар көйө иҙергә. Еңелсә һыуынған бәрәңгегә сей йомортҡа, ҡыҙҙырылған һуған һалып яҡшылап бутағас, кәтлиттәр яһарға. Онда йәки сохари онтағында әүәләгәс, ике яҡлап әҙер булғансы ҡыҙҙырырға.
Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан май йәки ҡаймаҡ ҡойоп, йәшел тәмләткестәр һибергә.

Еләктән һыуыҡ эсемлек

Ике стакан ҡурай йә ер еләге, тәменсә шәкәр ҡомо, 500 мл һөт йәки һөт өҫтө, 500 мл һыу.

Еләкте яҡшы итеп йыуып, таж япраҡтарын таҙартҡас, һауытҡа һалып төйөргә. Өҫтөнә һыу ҡойоп, яҡшылап бутарға ла салфетка аша һутты һөҙөргә. Тәменсә шәкәр ҡомо ҡушып, һөт өҫтө йәки һөт ҡойорға. Һыуыҡ көйөнсә өҫтәлгә ҡуйырға.

Ер еләге менән кефирҙан коктейль

Ике стакан ер еләге, бер стакан кефир, өс аш ҡалағы бал.

Ер еләген йыуып таҙартҡас, һыуын һарҡытырға. Фарфор һауытҡа һалып, ҡалаҡ йәки төйгөс менән иҙергә, кефир һәм бал ҡушып бутарға. Яҡшылап һыуытып, өҫтәлгә ҡуйырға.


Вернуться назад