Күҙҙәремә ҡара...03.08.2013
Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Салауат Низаметдинов көйө
Һин һорама, хәлең нисек тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә.
Белгең килһә минең хәлгенәмде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Һин һорама, һағындыңмы тиеп,
Күңел һаман осрашыуҙар көтә.
Белгең килһә минең һағышымды
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Һин һорама, һөйәһеңме тиеп,
Мөхәббәтем йөрәгемде өтә.
Белгең килһә минең һөйөүемде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.