Ауырыуҙар – ҡыяр уңышының кәмеүенә төп сәбәп. Уны булдырмауҙың бер ысулы – сиргә бирешеп бармаған сорттарҙы ултыртыу (“новосельский”, “эталон”, “серпантин”, “феникс” һ.б.). Әммә ҡыярҙың төрлө сорттарын үҫтерге килә бит, шуға күрә йәшелсәнең "дошмандарын" белеү шарт.
Антракноз (медянка)Антракноз – ҡыяр өсөн иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе. Ошо осраҡта йәшелсәнең япраҡтары ҡорой, емештәре серей. Был бәшмәк ауырыуы үҫентеләрҙе бөтөнләй юҡ итергә мөмкин. Уның барлыҡҡа килеүенә ысыҡ менән ямғыр йоғонто яһай. Антракноздың тәүге билдәләре япраҡтарҙа сағыла: уртаһында бәләкәй һары-алһыу йәки көрән таптар барлыҡҡа килә. Һабаҡтар һәм емештәр көрән йәки ҡара ҡутырлы яралар менән ҡаплана. Дымлы һауа торошонда ауырыу арта бара, таптар алһыулана.
Антракнозға ҡаршы саралар:l ерҙе тәрән эшкәртеп, сүп үләндәренән таҙартыу;
l саманан тыш еүешлек барлыҡҡа килеүҙе киҫәтеү;
l һыуҙы йәшелсәнең төбөнә һибеү, япраҡтарға һыу тейҙермәү;
l ауырый башлаған япраҡ-һабаҡтарҙы алып ташлау;
l ҡулланған инструменттарҙың таҙа булыуы.
Был саралар ярҙам итмәһә, махсуслаштырылған химик препараттарҙы ҡулланырға тура киләсәк. Мәҫәлән, ровраль, эупарен, цинеб, цирам һ.б.
МозаикаМозаика – ҡыярҙың вируслы ауырыуы. Йәш япраҡтарҙа төрлө төҫтәге таптар барлыҡҡа килеүе менән билдәләнә. Ауырыған япраҡтар бәләкәй балдаҡтар һәм йәшел-һарғылт таптар менән ҡаплана. Артабан “ябай мозаика үҫешә. Ныҡлы зарарланғанда, япраҡтар ҡатып йыйырсыҡлана. Ҡыярҙың үҫеше тотҡарлана, сәскә атыу һәләте кәмей. Тәүҙә мозаика емеш һабағында барлыҡҡа килә, аҙаҡ бөтөн емештәргә тарала. Ҡайһы ваҡытта йәшелсә аҡ төҫкә инә. Ғәҙәттә, ҡуйы-йәшел урындар һөйәлле кеүек ҡалҡыу була.
Ҡыярҙы вируслы ауырыуҙарҙан һауыҡтырып булмай тиерлек, әммә сирҙең таралыуын киҫәтергә мөмкин. Бының өсөн түбәндәге ысулдар ҡулланыла:
l беренсе ауырый башлаған үҫентеләрҙе юҡҡа сығарыу;
l күп йыллыҡ сүп үләндәрен юҡ итеү;
l йәшелсә бетенә (тля) һәм талпанына (паутинный клещ) ваҡытында ҡаршы тороу;
l ултыртыу алдынан орлоҡто калий перманганаты иретмәһендә (марганцовка) зарарһыҙландырыу;
l ауырыуға дусар булған үҫентеләргә 10% майһыҙландырылған һөт ҡушымтаһы һибергә.
КладоспориозУл — бәшмәктән таралған иң зарарлы ҡыяр ауырыуҙарының береһе. Ҡыярҙың ер өҫтө өлөшөн зарарлай, әммә йәшелсәһенә зыяны күберәк. Ауырыу япраҡтарҙа төрлө формалы тимгелдәр менән билдәләнә, күбеһенсә япраҡтар бөрөшә. Һабаҡ һәм япраҡтарында ҡутырлы яралар барлыҡҡа килә, дымлы һауа торошонда улар зәйтүн төҫөнә инә. Емешкә төймәләнеү туҡтай, улар яйлап ҡороп ҡойола. Ҡыяр ҡутырланып үҫә, уңыш кәмей. Тупраҡта был инфекция ике-өс йыл буйы йәшәй.
Кладоспориоз ауырыуының беренсе билдәләре күҙгә күренһә, үҫентегә һыу һибеүҙе биш-алты көнгә туҡтатырға, уны 1% бордослы шыйыҡса менән эшкәртергә кәрәк. Ярҙам итмәһә – “Оксихом”ды ҡулланырға.