Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөн03.08.2013
Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөнНимә ул социаль яуаплы бизнес? Быны Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты миҫалында күрергә мөмкин

– Комбинат үҙ эшселәренә хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, һаулыҡты нығытыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра. Һеҙ айырыуса спорт үҫешенә булышлыҡ итәһегеҙ.
— Эйе, предприятиела социаль объекттарҙы тәртиптә тотабыҙ, уларҙы яҡшырта барабыҙ. “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән саҡырыу менән йәшәйбеҙ, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Әле комбинаттың спорт, айырым футбол һәм мотоцикл клубтары бар, балаларҙың хоккей командаһы ойошторолдо. "Таусы" спорт клубы 2003 йылда комбинаттың физик культура коллективы базаһында асылды. Ул – халыҡ-ара, республика һәм Рәсәй ярыштары призеры. Клуб Урал тау-металлургия компанияһы предприятиелары араһында уҙғарылған спартакиадаларҙа лайыҡлы сығыш яһай. Унда 11 спорт төрө үҫтерелә. Күнекмәләргә, Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөнсекцияларға һәм һауыҡтырыу төркөмдәренә 1 200 кеше даими йөрөй, комбинат цехтары араһындағы спартакиадаларҙа ҡатнашыусылар һаны 900-ҙән ашып китә. “Таусы”ла шөғөлләнеүселәр араһында бер халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһының 11 спорт мастеры бар.
“Таусы” спорт-техник клубы – ете тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы, Беренсе лигала боҙҙағы спидвей буйынса Рәсәйҙең бронза призеры, 2009 йылда Юғары лигала боҙҙағы мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионы, күп тапҡыр Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре чемпионаттарында еңеп сыҡты, Урал һәм Волга буйы федераль округтарының, 2008 йылда мотокросс буйынса Европа-Азия халыҡ-ара кубогының бронза призеры булды. Мотоклубта 4 йәштән 25 йәшкә тиклемге утыҙҙан ашыу кеше шөғөлләнә. Унда ҡабул иткәндә тулы булмаған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына өҫтөнлөк бирәбеҙ, өҫтәүенә күнекмәләр, спорт кәрәк-ярағы һәм техника ла буш.
“Таусы” клубы юғары кимәлдәге ярыштар уҙғарыу йәһәтенән бай тәжрибәгә эйә. Мәҫәлән, 2008 йылда “Таусы” стадионында боҙҙағы спидвей буйынса Европа чемпионаты үткәрелде, мотокросс буйынса Рәсәй кимәлендәге ярыштар ҙа даими ойошторола. Клуб эшләгән осорҙа спорт мастерлығына алты кандидат, I разрядлы 20 спортсы әҙерләнгән. “Таусы” футбол клубы үҙен тәүге тапҡыр 2005 йылда, Башҡортостан Республикаһы Кубогына ярымфиналда күрһәтте. 2008 йылда Урал-Волга буйы зонаһындағы Рәсәй чемпионатында сығыш яһап, команда дүртенсе, 2009 йылда – икенсе, 2010 йылда дүртенсе урынды яуланы. 2010 йылда футбол клубы, Мәскәүҙең “Локомотив”ын ҡыйратып, Рәсәй Кубогының 1/16 финалында ҙур еңеү яуланы. Был клуб базаһында Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөнйәш футболсылар мәктәбе лә ойошторолдо. Унда дүрт тренер эшләй, 50-нән ашыу бала шөғөлләнә.
2007 – 2010 йылдарҙа комбинат “Таусы” стадионын төҙөкләндерҙе, яһалма ҡатлам түшәлгән һәм йылытыла торған футбол майҙаны, 3 200 урынлыҡ трибуна төҙөлдө. Хоккей командаһы 2004 йылдан алып эшләй. Уйынсылар 2008-2009 йылғы ҡышҡы миҙгелдә өлкәндәр араһында Башҡортостан беренселегендә алдынғылыҡты яуланы. Быйыл Юниорҙар хоккей лигаһы командалары араһындағы Рәсәй беренселегендә “Таусы” спортсылары чемпион исемен яуланы. Кесе состав Башҡортостандың балалар хоккей лигаһы чемпионатында еңеүгә өлгәште. 2011 йылда комбинат үҙ иҫәбенә “Таусы” боҙ һарайын төҙөп Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөнтапшырҙы. Әле бында хоккей һәм фигуралы шыуыу, көрәш секциялары, “Кристалл” бал бейеүҙәре студияһы уңышлы эшләй.
— Комбинаттың "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәр ансамбленең уңышлы сығыштары тураһында ла йыш ҡына ишетеп торабыҙ...
— Беҙҙең йәмғиәттең ике ижади коллективы бар — “Кристалл” бал бейеүҙәре студияһы менән “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Ысынлап та, улар беҙҙең ҡаланың ғына түгел, ә республиканың да ғорурлығы. “Кристалл” бал бейеүҙәре студияһы 1977 йылда ойошторолған. 2000 йылда был коллективты комбинат үҙ ҡанаты аҫтына алды. Өлгөлө коллектив Бөтә Рәсәй һәм республика фестивалдәрендә, смотрҙарында, бейеү байрамдарында лауреат исеменә лайыҡ булды. Студияның репертуары бик бай: Латин Америкаһы бейеүҙәре, талғын вальс, шаян рок-н-ролл, еңел полька, нәзәкәтле фокстрот... Эшмәкәрлек осоронда коллектив 100-ҙән ашыу бейеү ҡуйған. Бында 6 – 18 йәштәге 140-ҡа яҡын бала һәм үҫмер шөғөлләнә.
“Ләйсән” бейеү ансамбле – Учалы ҡалаһы һәм районындағы төп коллективтарҙың береһе. Ул 1964 йылда Учалы районының “Байрамғол” совхозында ойошторолған. Ансамбль Уральск ҡасабаһындағы Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Нигеҙ һалынған көндән алып “Ләйсән” 200-гә яҡын бейеү һалған, Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөнуларҙың иң яҡшылары ансамблдең “алтын фонды”на индерелде. Йәш коллективтың тәүге уҡытыусыһы һәм остазы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров ансамблде үҫтереүгә бик күп көс һалған. Уның бейеүҙәре бөгөн дә коллективтың репертуарында: “Беҙҙең байрам”, “Зарифа”, “Гөлнәзирә” һ.б. Йылдан-йыл репертуар тулылана, байый. Әле коллектив 60-тан ашыу төрлө характерҙағы күмәк, парлы һәм яңғыҙ бейеүҙәр башҡара. “Фронтовиктар”, “Сабата”, “Ҡурай” кеүек яңы постановкалар ҙа барлыҡҡа килде. Һәр миҙгелдә ансамбль ниндәй ҙә булһа яңы авторлыҡ эштәре менән ҡыуандыра. Былтыр “Ләйсән”гә “атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
— Комбинаттың шифахана-профилакторийының дауалау мөмкинлектәре ниндәй?
— Эшселәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең сәләмәтлеген нығытыу ҙа – өҫтөнлөклө социаль йүнәлештәрҙең береһе. Комбинат шифахана-профилакторийы ишектәрен 1971 йылдың мартында аса. Ул ҡаланы көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдәрҙән һаҡлаусы урманлы тау итәгендә урынлашҡан. Нигеҙ һалынғандан алып бында байтаҡ үҙгәреш күҙәтелә. 2003 йылда төп корпус реконструкцияланды. Шул уҡ йылда һыу менән дауалау бинаһы сафҡа индерелде. 2011 йылда ләм менән дауалау корпусы төҙөлдө. Ул заманса кабинеттарҙы, клиник лаборатория, төрлө душ, ванна бүлмәләрен, тренажер һәм гимнастика залдарын үҙ эсенә ала. Ял итеү шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән теннис, бильярд, косметология бүлмәләре һәм бөҙрәхана бар. Профилакторий 80 урынға иҫәпләнгән. Килеүселәрҙе “люкс” һәм ике урынлыҡ “стандарт” номерҙарға урынлаштыралар. Шифахана-профилакторий дөйөм терапия йүнәлешендә Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөнэшләй. Стоматолог, ҡан тамырҙары хирургы, акушер-гинеколог, дерматовенеролог, отоларинголог, офтальмолог, невролог кеүек белгестәр ҡабул итә. Ял итеүселәр өсөн дүрт тапҡыр ғәҙәти һәм диетик туҡланыу ойошторолдо. Табип күрһәтмәһенә ярашлы, дарыуҙар менән дауалау ҙа ҡаралған. Валентина Терешкова исемендәге балалар һауыҡтырыу лагеры Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан. Башҡортостандағы тау-металлургия сәнәғәте предприятиеларының һауыҡтырыу лагерҙары араһындағы республика смотр-конкурсы йомғаҡтары буйынса ошо лагерь бер нисә йыл рәттән иң яҡшыһы тип танылды. Комбинат лагерында йыл һайын 900 бала ял итә, шуларҙың 50 проценты – беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең, ҡалғаны – Учалы районы халҡының балалары.
— Ҡала һәм район тормошон комбинат күрһәткән ярҙамдан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Ошо хәйриәлек эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
Байлыҡ — урындағы халыҡ өсөн— Социаль яуаплы бизнес сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырып, комбинат Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында һәм Учалы ҡалаһында хәйриәлек менән әүҙем шөғөлләнә. Предприятие һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрлеген, байрамдарҙы, ярыштарҙы финанслай. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың социаль йәһәттән аҙ яҡланған ҡатламдарына – етемдәргә, инвалидтарға һәм пенсионерҙарға – ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Йәмғиәт балалар баҡсаларын, мәктәптәр, Учалы балалар йорто, Ахун ҡарттар йортона, Үрге Урал психоневрология интернатын һәм башҡа социаль объекттарҙы шефлыҡҡа алған. Комбинат мәсетте һәм сиркәүҙе яңыртыуҙа булышлыҡ итә, дини ойошмаларға матди ярҙам күрһәтә.
— Бөгөн күп предприятиелар торлаҡ мәсьәләһенән ситләште, ә һеҙҙең комбинат үҙ эшселәрен фатирлы итеү өсөн ҙур көс һала...
— Торлаҡ төҙөлөшөнә беҙҙең предприятие айырыуса иғтибар бирә. 2010 йылда 90-дан ашыу хеҙмәткәребеҙ өй туйланы. Фатирҙарҙың хаҡын 10 йыл дауамында бүлеп түләргә мөмкин. 2011 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж хеҙмәткәрҙәргә процентһыҙ заем бүлеү программаһы ғәмәлгә индерелде. 2013 – 2016 йылдарҙа 64 фатирлыҡ ике йорт проектлау һәм төҙөү ҡаралған.
— Зәкәриә Рәфғәт улы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тормошҡа ашырған социаль сәйәсәт уҡыусыларыбыҙҙа тик һоҡланыу һәм аҡ көнләшеү хисе тыуҙырғандыр. Комбинатҡа киләсәктә лә уңыштар насип булһын.


Вернуться назад