Әсе афәт27.12.2011
Әсе афәтБилдәле яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың “Аслыҡ” исемле китабын ҡулыма алғас, оло быуын кешеләренең йот йылдары тураһында һөйләгәндәре иҫкә төшөп, тән семерҙәп китте. Аслыҡ! Ошо һүҙҙе ишетеү менән шөкәтһеҙ ҡиәфәттәге йыртҡыс осло тырнаҡтарын йөрәккә батырғандай, бер семтем икмәккә тилмергән ҡараштар йәнде өтөп алғандай була.
Хәтерләйһегеҙҙер, был романдың тәүге өлөшө 2008 йылда “Ағиҙел” журналында ла баҫылғайны. Матбуғат аша ла, телдән дә уҡыусыларҙың әҫәр хаҡында ыңғай фекерҙәрен ишетергә тура килде. Китапта романдың ике өлөшө лә бирелгән. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: тәүге бүлек — 1921—1922 йылдарҙағы ҡоролоҡ һәм илдәге боларыштар һөҙөмтәһендә килеп тыуған әсе афәт тураһында, икенсеһе рухи аслыҡ, илдә алып барылған сәйәсәттең 1933 йылғы фажиғәгә килтереүе хаҡында бәйән итә.
Хәйер, күп һөйләп, “аш”ты һыуындырып ҡуйыуыбыҙ ихтимал — үҙегеҙ “тәмләп” ҡарағыҙ:
“...Кәшфулла яйлап аңына килде, ҡаршыһында шайтан түгел, ә Хәҙисә ҡарсыҡ икәненә ышанды.
— Ти-мәк, мәйеттәрҙең эстәрен һин ярып йөрөй-һөң?! — тип һуҙҙы ул, башҡаса ни әйтергә белмәй. Шул саҡ ҡына теге мәл ҡарсыҡтың йорто эргәһендә ни өсөн ит еҫе сығыуын, Исмәғилдең мөгәзәйҙә кемде осратыуын ныҡлы аңланы. — Һи-һин күптән?.. Убыр! Убыр!!!
— Зинһар, Кәшфулла туғаным, рисуай итмә мирға, үлтерһәң, ошонда үлтер. — Хәҙисәнең тауышы ҡалтыранды. — М-мин дә һиңә аҙ ярҙам итмәнем бит. Кендегеңде киҫкән дә, ауырыу әсәйеңә ярҙам иткән дә мин инем, Кәшфи. Аслыҡ килмәһә, ошолай йөрөр инемме ни!.. — тип үкһергә тотондо ҡарсыҡ.
— Бына нимә, Хәҙисә апай, мин кешегә сығармам. Тик бер генә шартым бар...
— Әйт, туғаным, әйт, бәлки, сабыйыңа һурпа алып килергәлер, әйт!
Мөгәзәй һаҡсыһының зитына тейҙе ҡарсыҡтың һүҙҙәре. Балаһының үле кешенең бармаҡ суҡтарын имеп ултырыуын күҙ алдына килтерҙе лә күңеле болғанды, ерәнде, ҡоҫҡоһо килде. Ошо ыңғайы ул тегенең түшенән матҡып алды:
— Бына нимә, убыр, һиңә шартым ошо: был нәмәҫтәкәйҙәреңде алаһың да Мәрзиәнең балаларына бешереп бирәһең. Әлегә береһенә лә өндәшмәйем, тағы бер... — тип ыҫылданы Кәшфулла. Ошо ваҡыт ерәнгес, бик ерәнгес булып тойолдо ҡарсыҡ. Унан һаҫыҡ, сей ит еҫе аңҡығандай булды”...


Вернуться назад