Һорау-яуап02.08.2013
Паспортыңды бүтәнгә бирергә яраймы?

– Зинһар, аҡса биреп тор әле. Ышанмаһаң, аманатҡа паспортымды ҡалдырып торам...
Моғайын, һеҙгә лә шундай үтенес менән мөрәжәғәт иткәндәре барҙыр. Бындай осраҡта нимә эшләргә һуң? Ошо хаҡта ҡыҫҡаса мәғлүмәтте белеү һис тә артыҡ булмаҫ.

Паспорт — Рәсәй Федерацияһы гражданының шәхесен билдәләүсе төп документ. "Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты тураһында"ғы положениеға ярашлы, һәр кем ошо документын һаҡлап йөрөтөргә тейеш. Әгәр паспортығыҙ юғалһа, кисекмәҫтән Федераль миграция хеҙмәтенең урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Паспортығыҙҙы аманат рәүешендә үҙенә ҡалдырырға йә иһә тартып алырға берәүҙең дә хоҡуғы юҡ. Бының өсөн ул кеше Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында кодекстың 19.17-се статьяһына ярашлы хөкөмгә тарттырыла.
Ят кешенең паспорты менән кредит алыусылар артҡандан-арта. Был осраҡта иһә полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итеү хәйерлерәк булыр. Шулай ҙа күңелһеҙ осраҡтарға тарымаҫ өсөн төп документығыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ.

Фатирҙы кемгә ҡалдырырға?

Күсемһеҙ милекте мираҫҡа ҡалдырыуға бәйле ығы-зығы йыш осрап тора.
Ата-әсәһе вафат булғас, балалары улар йәшәгән фатирҙың бөтөнләй ят кешегә васыят ителгәнен белеп ҡала. Үҙ туғандары булып та, бүтәндәргә торлағыңды бүләккә биреү мөмкинме? Закон бына нимә ти:
— һәр граждан үҙенең бөтә милкен (йә иһә уның күпмелер өлөшөн) теләһә кемгә мираҫҡа ҡалдыра ала;
— хужа кемгә бирергә икәнлеген үҙе хәл итә;
— туған булмағандарға, башҡа ойошмаларға, йә иһә дәүләткә ҡалдырырға хоҡуҡлы;
— милектең эйәһе мираҫҡа закон нигеҙендә дәғүә итеүселәрҙе унан мәрхүм итә ала. Тик был ҡағиҙә бәлиғ булмаған балаларға, эшкә яраҡһыҙ тормош иптәшенә ҡағылмай.

Алиментты нисек алырға?

Алиментты ваҡытында түләмәүселәргә ҡарата төрлө сара күрелә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡыҫымында күптәр үҙ бурысын үтәргә мәжбүр була.
Был йәһәттән суд приставтары ярҙамға килә. Федераль законға ярашлы, приставтар бурыслы кеше хаҡында төрлө мәғлүмәтте алыу хоҡуғына эйә. Алименттан ҡасыусының ниндәй милке булыуын, эш хаҡының күләмен, банкта күпме аҡсаһы ятыуын тикшереү дәүләт органдары өсөн ауыр түгел. Әгәр бурыслының эш урынына суд приставтары башҡарыу ҡағыҙы ебәрһә, Ғаилә кодексына ярашлы, ул хеҙмәткәрҙең хеҙмәт хаҡынан алимент тотоп ҡалынырға һәм талап итеүсенең иҫәбенә күсерелергә тейеш.
Суд приставтары эш биреүсенең был йөкләмәне нисек үтәүен дә тикшерә ала. Законға ярашлы талаптарҙы хеҙмәт биреүсе ойошма үтәмәһә (ялған мәғлүмәт бирһә, эшенән китеүе хаҡында өс көн эсендә белгертмәһә, ваҡытында аҡса күсермәһә) уны ла административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Бурыслы кешеләргә тағы бер сикләү бар: улар Рәсәй биләмәһенән ситкә сыға алмай.
Суд приставтарын һанға һуҡмай, алимент түләүҙән баш тартҡан бәндәләргә ҡарата ҡатыраҡ саралар ҡабул ителә. Рәсәй Енәйәт кодексының 157-се статьяһына ярашлы, уларҙы бер йылға тиклем иркенән мәхрүм итә алалар.
Хәҙерге ваҡытта балаһына ярҙам итеүҙе мөһим тип һанамағандарҙың фотоһы менән мәғлүмәт йәмәғәт урындарында ла ҡуйыла.

Ҡайһы келәм сифатлыраҡ?

Күптәр ниндәй келәм һатып алырға тип баш вата. Һәр материалдың үҙенсәлектәре бар, бер нисәүһен атап үтәйек.
— Йөнлө келәм йылыны яҡшыраҡ һаҡлай, шулай уҡ тауышты "йота";
— нейлондан эшләнгәне тиҙ туҙмай;
— акрилдан тегелгәненең өлпәһе (ворс) ҡойолоп бармай;
— полипропиленлыһы еңел таҙартыла;
— ебәк келәм нығыраҡ, әммә уға айырыуса иғтибар кәрәк. Шунлыҡтан иҙәнгә түшәп бармайҙар, ә элеп ҡуялар.
Келәмдең сифатын белер өсөн уның мөйөшөн бөгөп ҡарарға кәрәк. Әгәр йөнө ҡуйы һәм төбө күренеп бармай икән, оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк.
Йоҡо бүлмәһендә, ғәҙәттә, ҡалыныраҡ келәм түшәйҙәр. Башҡа урындарға иһә йоҡараҡты һалыу отошлораҡ булыр.

Кафелде нимә менән таҙартырға?

Хәҙер һәр өйҙә тиерлек кафель бар. Уны таҙартыу өсөн төрлө ысулдар тәҡдим ителә.
Әммә быныһы, беренсенән, әллә ни ҙур сығым талап итмәй, икенсенән, кеше һаулығына тамсы ла зыян килтермәй.
Тәүҙә өс литрлыҡ һауытҡа йылы һыу ҡойорға кәрәк. Шунда бер-ике киҫәк аҡбур һалып болғатаһың. Артабан шыйыҡса менән кафелде йыуып, уны ҡоро сепрәк менән киптерәһең. Һуңынан бүлмәгеҙҙең ялтырап торасағына шикләнмәгеҙ.

Кәбеҫтәне нисек ҡотҡарырға?

Баҡсасыларҙың төп дошманы — ҡоротҡостар. Уларға ҡаршы көрәшеү өсөн яңынан-яңы дарыуҙар уйлап сығарыла.
Ә инде был ысул күптән халыҡ араһында кәбеҫтәне һаҡлау йәһәтенән уңышлы ҡулланыла. Теш пастаһын һыуға һалып болғатырға кәрәк. Килеп сыҡҡан ап-аҡ ҡына шыйыҡсаны һәр кәбеҫтәгә һирпеп сығаһың. Бынан һуң төрлө бөжәктәр йәшелсәне урап үтәсәк.

"Бахмур"ҙан ҡотолоп буламы?

Гөрләтеп өмә ойоштороп ебәрҙек, ти. "Һә" тигәнсә эште атҡарып сыҡҡас, билдәле — һәммәһен дә һыйларға кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, бындай табындарҙа бер аҙ әсе-сөсөһөн дә тәмләргә тура килә. Тик, ғәҙәттә, йырлап-бейеп күңел асыу, иртәгәһе көнөнә емертеп баш ауыртыу менән тамамлана.
"Бахмур"ҙан нисек ҡотолорға? Табиптар ошондай кәңәштәр бирә:
— ас ҡарынға эсергә ярамай;
— саманан артыҡ алкоголь йотҡас, лимон һутын эсеп алыу хәлегеҙҙе яҡшыртыр;
— төнгә ҡарай берәй стакан һөт эсегеҙ. Ул организмдағы токсиндарҙың сығыуына булышлыҡ итә;
— берәйҙе уртлағандан һуң кәбеҫтә ҡапҡылап алығыҙ. Был йәшелсә — алкоголдең дошманы.
— Иртәнсәк тороу менән һөт эсегеҙ, тоҙланған ҡыярҙың һыуы ла хәлегеҙҙе яҡшыртыр.
Ә шулай ҙа һәр көнөгөҙ шатлыҡта үтһен өсөн спиртлы эсемлектәр менән дуҫ булмағыҙ.

Әрем йоҡлатамы?

Әгәр төндәрен әүен баҙарына китә алмай яфаланһағыҙ, ошо рецепт ярҙам итер.
Бының өсөн әрем үләнен йыйып алырға кәрәк. 1-2 аш ҡалағы әремде (тамырын да ҡушһаң була) стаканға һалып, ҡайнар һыу ҡояһың. Ике сәғәттән һуң дарыу әҙер. Шуны йоҡларға ятыр алдынан эсһәгеҙ, тиҙ үк иҙерәп китерһегеҙ.

Ҡәһүәнең зыяны бармы?

Күптәр һәр иртәне ҡәһүәнән башларға күнеп бөткән. Шулай ҙа был эсемлек менән саманан тыш мауығырға ярамай, ти ғалимдар.
Йөрәк, бөйөр ауырыуҙарынан яфаланыусыларға, йоҡлай алмаусыларға ҡәһүә эсергә кәңәш ителмәй. Ғалимдар иҫбатлауынса, ҡәһүә менән "дуҫлыҡ" йөрәк сиренең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Әгәр көнөнә алты сынаяҡ эсһәгеҙ, ауырыуҙың һеҙгә ҡағылыу ихтималлығы 70 процентҡа арта.
Ҡан баҫымы юғары (гипертониктар) кешеләргә ҡәһүәнең зыяны күберәк тейә. Ә бына ҡан баҫымы түбән булғандарға (гипотониктар) ул, киреһенсә, файҙалы. Әммә һәр нәмәлә сама белеү фарыз.
Ауырлы ҡатындарға ла уны күп эсергә ярамай. Әсә ҡарынындағы балаға кофеин файҙа килтермәҫ. Ғәҙәттә, бындай сабыйҙар ауырлығы норманан әҙерәк булып тыуа.

Дегәнәктән ни файҙа?

Дегәнәк әрһеҙ үҫемлек, уны ауылда аҙым һайын тиерлек осратырға була.
Баҡтиһәң, файҙалы сифаттары ла күп икән. Йәш үҫемлектең тамырын ҡайнатып эсһәгеҙ, бөйөр һәм бәүел сирҙәренән арынырһығыҙ. Дегәнәк үт ҡыуҙырыуҙа ла файҙалы. Быуындар һыҙлағанда, тоҙ ултырғанда уның япрағы ярҙамға килер.

Һауа торошо нисек билдәләнә?

– Бөгөн республикала нисә метеостанция бар. Нормаға ярашлы күпме булырға тейеш?
Н. Ҡәйүмов.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
– Норматив тығыҙлыҡ индексы тигән төшөнсә бар, бөтәһе лә шуға нигеҙләнеп эшләнә. Башҡортостанда йәмғеһе 32 метеостанция урынлаштырылған, һүҙ ҙә юҡ, киң биләмәле торған республика өсөн был ғына аҙ. Ысынлап та, улар күберәк булған һайын һауа торошо ла дөрөҫөрәк билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа автоматлаштырылган метеостанцияларға өҫтөнлөк бирелә башланы. Мәҫәлән, шундай үҙенсәлекле ҡоролма Көньяҡ Урал ҡурсаулығында бар.

Быуындар ниңә һыҙлай?

Желатин ҡулланыу тубыҡ быуындары һыҙлауынан ярҙам итәме? Шулай уҡ варикоздан яфаланам.
Ә. Әҡсәнов.
Белорет районы.
— Желатин ҡулланыу ғына проблеманы хәл итмәҫ. Ҡан тамырҙарының киңәйеүенән тыш, күрәһең, һеҙ быуын сиренә лә дусар (артроз, артрит). Был елһенеүгә ҡаршы стероидлы булмаған препараттар менән даими дауаланыуҙы талап итә, шулай уҡ махсус физкультура яһау, физиотерапия кәрәк. Бәлки, быуындарға махсус дарыуҙар индереү ҙә артыҡ булмаҫ. Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә артрологка күренегеҙ.

Миләш дауалаймы?

Ҡайһы саҡта ҡан баҫымын төшөрә торған дарыуҙар урынына ҡара миләш бешерелгән һыуҙы эсергә ҡушалар, йәнәһе, ул дауалау көсөнә эйә. Был ысынлап та шулаймы? Белгестәрҙең фекере нисек?
Б. Сөләймәнов.
Күмертау ҡалаһы.
— Юғары ҡан баҫымы — иң таралған сирҙәрҙең береһе. Ер шарында унан халыҡтың 60 проценты самаһы яфалана. Ҡара миләшкә килгәндә, ул ысынлап та, ҡан баҫымы кимәленә тәьҫир итә. Әммә фитотерапияның һөҙөмтәһен тиҙ генә тойормон тимәгеҙ — үҫемлектәр оҙаҡ ваҡыт даими ҡулланғанда ғына ярҙам итә. Шуға күрә ҡара миләш бешерелгән һыуҙы айырым түгел, ә медикаментоз препараттар менән бергә эсергә кәрәк.


Вернуться назад