Һәр еңеүҙең артында – ныҡышмаллыҡ, сәм02.08.2013
Һәр еңеүҙең артында – ныҡышмаллыҡ, сәмБалаларыңды үҙең түгел, ә күрше-тирәләгеләр маҡтаһын, тиҙәр. Нараҫты мәктәбе уҡыусыһы Динар Йыһангировты белем усағында ла, ауылда ла телдән төшөрмәйҙәр. Һәр яҡлап та уңған булыуын "ҡолаҡҡа тиштеләр".

Йыһангировтарҙың ишек алдына килеп ингәндә ҡыҙҙар сәскә түтәлдәрен утай, ә бер малай шешҡолаҡтарҙы яңы ғына сабып килтерелгән үлән менән һыйлай ине. Йәнлектәр донъяһы менән танышыу ниәтендә ялан кәртә янына ашығабыҙ.
– Атайым өйҙә юҡ саҡта әсәйемдең төп ярҙамсыһымын, – ти Динар. – Ҡуяндарҙы ҡарауҙы уйынға тиңләйем, миңә унан да мөһимерәк эш йөкмәтәләр. Утын бысам, ярам, бағана ултыртам. Ҡыҫҡаһы, ихаталағы тәртип өсөн тулыһынса мин яуаплы.
Йортҡа инәбеҙ. Кәштәлә ҡояш нурҙарына балҡып ултырған кубоктар иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Араларынан иң ҡәҙерлеһен ул беҙгә тотторҙо. Татарстандың Баулы ҡалаһында тренер И.С. Чернов иҫтәлегенә бокс буйынса Бөтә Рәсәй ярышында ҡатнашып, беренсе урынды алған. Үҫмерҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр еңеүҙең артында ныҡышмаллыҡ, сәм ята. Был осраҡта ла уңыш еңел бирелмәгән, уның менән алышҡа сыҡҡан егетте көсһөҙ тип әйтергә тел әйләнмәй.
Рингка күтәрелер өсөн дә ҙур йөрәкле булырға тейешһең. Унда һине ҡурсалаусы юҡ, үҙеңде-үҙең яҡлайһың. Ошо тәңгәлдә әңгәмәсемә кинәйәләп һорау биргәс, бына нимә тип яуап ҡайтарҙы ул:
Һәр еңеүҙең артында – ныҡышмаллыҡ, сәм– Ысынлап та, шулай. Һәр кемдә эске көстөң барлығына шул саҡта ныҡлап төшөндөм. Ҡаршы яҡтағы боксерҙың күҙ ҡарашы менән генә лә һине "ҡолата һуғыуы" ихтимал. Үҙеңә-үҙең ышаныу көс-ҡеүәт бирә. Унан инде еңеү ҙә оҙаҡ көттөрмәй.
"Һаҡлаусыбыҙ, яҡлаусыбыҙ янда саҡта күңелебеҙ тыныс. Үҙенең фекере бар, был инде иң мөһиме", – тип улы тураһында һөйләй уның әсәһе – уҡытыусы Венера Хәлит ҡыҙы.
Һуңғы осорҙа урам балалары тигән төшөнсә нығына бара йәмғиәттә. Ул нилектән килеп сыҡҡан? Минеңсә, ата-әсәнең улына йәки ҡыҙына тейешенсә тәрбиә бирә алмауынан, баланың ваҡытын дөрөҫ бүлә белмәүҙән, эшһеҙлектән. Мәҡәләнең геройы Динар район үҙәгендәге спорт-һауыҡтырыу комплексына йөрөргә лә, өйҙә төрлө эште башҡарырға ла өлгөрә.
Егеттең дуҫтары күп, уға яҡынларға тырышалар, уның менән иҫәпләшәләр. Шулай булырға тейеш тә. Боксер Динарҙан үҫеп еткәс кем булырға теләүен һораным. Һүҙ ҙә юҡ, юғары белем алыу теләге менән яна, иҫәбе – спорт йүнәлешен һайлау. Илебеҙгә юғары белемлеләр кәрәк, уның шәхес булып формалашыуы хәҙерҙән үк төҫмөрләнә.


Вернуться назад