Пенсия бер аҙ иртәрәк таратыла02.08.2013
Ураҙа байрамына бәйле республикалағы почта элемтәһе ойошмаларының пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу ваҡытына үҙгәрештәр индерелде, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһендә.

Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарында пенсия 6 һәм 8 август өсөн — 6-һында, 7 һәм 10 август өсөн — 7-һендә, 9 һәм 11 август өсөн 9-ында таратыласаҡ. Башҡа ҡала һәм райондарҙа 7-һе һәм 8-е өсөн түләүҙәрҙе 7 августа килтерәсәктәр. Август өсөн пенсия айҙың тәүге көнөнән таратыла башлай.


Вернуться назад