“Беҙ ҡыҙҙар әүәләй белмәйбеҙ...”02.08.2013
“Беҙ ҡыҙҙар әүәләй белмәйбеҙ...”Йәйҙең ҡыҙыу мәлендә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙән аҙға ғына булһа ла арынып, республиканың күп балалы әсәләренән бер төркөм Өфөгә юлланды. Сәбәбе етди һәм шатлыҡлы: 60-ҡа яҡын ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Бүләкләүҙең 105-се тантанаһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үткәрҙе.

Гүзәл зат вәкилдәре республиканың төрлө төбәктәренән килгәйне. Һәр ваҡыттағыса, бөрйәндәр, әбйәлилдәр, баймаҡтар алдынғылыҡты бирмәгән икән. Был райондарҙың һәр ҡайһыһынан дүртәр-бишәр әсә булды. Лилиә Ғүмәрова ҡатын-ҡыҙҙарҙы юғары награда алыуы менән тәбрикләне, республикала күп балалы ғаиләләр өсөн булдырылған льгота һәм пособиелар тураһында һөйләне.
Ҡупшы ғына ҡатын янына барам. Ул — Салауат ҡалаһынан биш малай әсәһе Гүзәл Кәримова. Ғаиләлә Артур, Вил, Илнур, Даниэль һәм Сабир үҫә. Әсә кеше төшөп ҡалғандарҙан түгел, шәхси эшҡыуар хатта. Ә ире Рөстәм ҡалалағы комбинатта эшләй.
— Биш малай янына берәй ҡыҙыҡай ҙа кәрәкмәйме? — тип һорайым, шаяртып.
— Беҙ ҡыҙҙар әүәләй белмәйбеҙ шул, малай килә лә сыға, — ти Гүзәл Кәримова, көлөп. — Ә ысынлап әйткәндә, малайҙарым — төп шатлыҡтарым. Хоҙай биргән һәр балама шатмын, барыһы ла ҡәҙерле.
Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Гөлсирә Санъярованың ғаиләһе “ныҡышмалыраҡ” булып сыҡҡан. Уларҙа дүрт малай янында иркәләнеп кенә бер ҡыҙ ҙа үҫә икән. Гөлсирә апайҙың тормош көтөүгә дәрт-дарманы ташып тороуы йөҙөнә сыҡҡан. Егәрле ханым үҙе һөйләүенсә, йорт бөтөрөп ингәндәр, күпләп мал аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Донъя көтөү мәшәҡәттәренән тыш, ул шәфҡәт туташы булып эшләргә лә ваҡыт таба. Ире Венер — шәхси эшҡыуар.
— Ялҡау булмағандарға ауылда йәшәүе хөрриәт. Рәхәтләнеп донъя көтәбеҙ. Төп терәгем, әлбиттә, ирем менән балаларым, — ти ул, күҙендә осҡон уйнатып.
Тантана һуңында, йола буйынса, әсәләр күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштө, тәмле сәй менән һыйланды. Әле генә танышып, үҙ-ара аралашыусылар ҙа бихисап ине. Телдәрендә бер генә һүҙ — балалары. Был аңлашыла ла: йәшәүҙәренең төп мәғәнәһе, шатлыҡ-ҡыуаныстары улар бит!


Вернуться назад