Сапыҡтың көсө тора ташып02.08.2013
Сапыҡтың көсө тора ташыпМул, таҙа һыулы Эйек йылғаһының ике яҡ яр буйын да Күгәрсен районының күп кенә ауылдары халҡы үҙенә төйәк иткән. "Аръяҡ"тар ҙа, "бирьяҡ"тар ҙа тығыҙ аралашып, туғанлашып көн итә. Береһендә булған хәл-ваҡиға “һә” тигәнсе икенсеһенә барып етеп, өйҙән өйгә, телдән телгә күсеп йөрөй, сөнки күрше-тирә ауылдарҙа һәр кем бер-береһен яҡшы белеп, күрешеп, бергәләп йорт-хужалыҡ эштәрен атҡарышып йәшәй. Сабый фани донъяға тәүге ауазын һалһынмы, үлем-хәтәр хәбәре булһынмы, Эйек буйында йәшәгәндәр һәр яңылыҡты үҙ йөрәге аша үткәрә.

Бәхет – тыуған төйәктә ул

Һул яр буйында урынлашҡан Сапыҡта ла хәл шулай. Йылға аша ятҡан Исемдәге йә булмаһа Сәлихтәге ваҡиғалар бер нисә минут үтеүгә Сапыҡта шаңдау таба. Һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә уртаҡ. Бына биш быуат инде шул рәүешле бер йөрәк тибеше менән йәшәй милләттәштәр, сөнки был тирәлә урынлашҡан барлыҡ ауылдарҙың да сығышы, тарихҡа күҙ һалһаң, бер нәҫел-нәсәптән. Тик быуаттар, йылдар айырмалығы ғына бер тоҡом – Ҡусҡарөмбәттән килгән Шәкирөмбәт вариҫтары — араһын бер аҙ алыҫайта һәм һыуыта төшкән.
Сапыҡҡа тәүгә килгән кеше уның шул тиклем дә төҙөк, йәмле ауыл булыуына таң ҡалыр. Урам буйлап теҙелеп киткән береһенән-береһе ҙур ҙа, матур ҙа йорттар заманса төҙөлөшө, биҙәлеше, сағыу төҫтәре менән үҙенә ылыҡтырып тора. Бер ерҙә лә ҡоймаһы ҡойолоп-ишелеп, өйө әүешеп-емерелеп ултырғанды күрмәҫһең. Хатта буш ҡалған йорт тирәһе лә тәрбиәле.
Ауылға Эйек буйлап үргә табан килеп ингәндә юлсыларҙы ике ҡатлы заманса мәктәп ҡаршылай. Ҡарағай ағастары, аллы-гөллө сәскәләр ҡаплап алған бинала әлегә һиллек – балалар йәйге ялға таралып, Эйек буйына һибелгән. Кем һыу инә, ә кемдер дуҫ-ише менән балыҡ тота. Ҡул араһына ингәндәре атайҙары (техника заманында әсәйҙәрҙе бесәнлектә күреү ситен) менән бергәләп сабынлыҡта, картуф баҡсаһында, умарта тирәләй мәш килә. Тракторы, уға тағылмалары булған ғаиләләрҙә малайҙар бәләкәйҙән тимер-томор араһында үҫһә, ҡыҙҙар, әсәй-апайҙарына эйәреп, еләк-емеш йыя, ҡайнатма әҙерләй, бәйләм бәйләй, йорт тирәһен йыйыштыра. Ауыл балаларына ял һирәгерәк эләгә инде ул.
Урамда осраған кешеләрҙән һорап, ауыл хакимиәте башлығы Наил Ибраһимовтың нәҡ ошо ауылда йәшәгәнлеген белгәс, һөйөнөп ҡуйҙым. Тик... Сапыҡтың көсө тора ташыпБынауындай ҡыҙыу эш көнөндә уны өйөндә тап итеү мөмкинме һуң? Ҡаршыма сыҡҡан ҡатыны бик асыҡ, алсаҡ кеше икән – мине ауыл буйлап оҙатып йөрөргә ҙур теләк менән ризалашты. Альбина Сәлимйән ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ғаиләләрендә ике балалары үҫеп килә. Бар күңелен мәктәпкә, йәмәғәт эшенә арнаған уҡытыусы мине ауыл хакимиәтенә (ул мәктәптең бер өлөшөн биләй) алып китте.
— Был бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты ла урынлашҡан. Бөтә административ ойошмаларҙың бер ерҙә булыуы халыҡ өсөн дә уңайлы, — тип аңлатты хакимиәттең эштәр идарасыһы Фәүриә Хәсәнова. – Ауылыбыҙҙағы 64 йортта 189 кеше йәшәй. Туғыҙ йыллыҡ мәктәбебеҙҙең Ишбирҙелә башланғыс кластар өсөн филиалы ла бар. Унда ете бала уҡый. Уҡыусылар йылдан-йыл кәмей – шул бер аҙ эсте бошора. Клуб эшләй, китапханабыҙ бар. Бына тигән мәсет төҙөлөп бөтөп килә. Һәр йортта — трактор, еңел автомобиль. Халыҡ малды, ҡош-ҡортто ишле аҫрай. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр артҡандан-арта бара. Балта эшен белмәгән ир-ат юҡтыр ҙа ауылда, шунлыҡтан йорттарыбыҙ бына тигән. “Ергән” МТС-ының һыйыр малы аҫралған фермаһында бер нисә кешебеҙ мәшғүл. Эш юҡлыҡтан бер нисә ир-егетебеҙ Себергә сығып китте. Бер кем дә зарланып-һыҡрап ултырмай, һәр ҡайһыһы үҙенсә көн итергә, балаларын уҡытырға тырыша. Беҙҙә эсеп, тәртип боҙоп йөрөүселәр юҡ, һәммәһе лә тыуған ауылында тырышып донъя көтә.
Альбина Сәлимйән ҡыҙы алдыма бер китап килтереп һалды.
— “Сапыҡ. Ауыл тарихы һәм шәжәрәләре” баҫмаһы яҡташтарыбыҙ Әхмәҙи Ибраһимов һәм Фәтих Азаматов ағайҙарҙың хеҙмәте менән донъя күрҙе. 2006 йылда үткәрелгән Шәжәрә байрамына барлыҡ ауыл халҡы өсөн ҡиммәтле бүләк булды, — тине ул, ғорурланып. – Әхмәҙи ағайыбыҙ, рәхмәт яуһын уға, яңы мәсет төҙөү эшендә бик әүҙем ҡатнашты. Ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы. Иман йортон асыуға ла әҙерлек бара.

Өлгөлө ғаиләләре менән матур

“Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылыу теләге йыйында һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң бөтә Сапыҡ халҡының изге ниәтенә әүерелә. Бында һәр ғаиләнең, һәр кемдең ни рәүешле йәшәгәне, тырышлығы ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Эскелек менән мауығыусылар ҙа юҡ түгел, әммә аҙсылыҡ күпселектең һүҙенән сыға алмай, насар ғәҙәтлеләрҙе тура юлға баҫтырыу бөтә ауыл йәмәғәтселегенең бурысына әйләнгән. Район үҙәгенән имен булмаған Сапыҡтың көсө тора ташыпғаиләләр менән эшләүсе орган вәкилдәрен дә йәлеп иткәс, эш йәнләнә төшә. “Йәшел йылан” менән әшнәләр даими контролдә, ә көмөшкә ҡыуыусылар бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Шәхси магазиндар эше лә күҙ уңынан ысҡынмай.
Йәштәр араһында өлкәндәрҙең тормош тәжрибәһен таратыу уңышлы бара. Клуб стенаһы нәҡ ошондай өлгөлө ғаиләләрҙе тәшкил иткән стендтар менән биҙәлгән. Шуларҙың береһе – Хөмәйрә менән Әхмәт Хөсәйеновтар ғаиләһе. Уларҙың икеһенә лә 85-әр йәш. 67 йыл бергә йәшәп, алты балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Әле 19 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре бар. Ошо ике хеҙмәт ветеранының 65 йыл бергә йәшәүен клубта бөтә ауыл менән бергәләп билдәләгәндәр.
— Икебеҙ ҙә бер йылда, өс сәғәт айырма менән генә бер көндә тыуғанбыҙ. Күрше генә йәшәп, бергә уйнап, уҡып үҫтек. Әрмегә китһәм, башҡаға сығып ҡуйырһың, тип Әхмәт өйләнешергә тәҡдим итте, мин дә ризалаштым. 17 генә йәш ине беҙгә ул саҡта, — тип һөйләй Хөмәйрә апай. – Ғүмер буйы колхозда, аҙаҡ совхозда эшләнем. Ауыл Советы депутаты итеп тә һайландым. Лавкалар комиссияһы, совхоз идараһы ағзаһы ла булдым. Эштән бушамаһаҡ та, балаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырырға тырыштыҡ.
Хөсәйеновтарҙың ҡыҙы Миңзәлә менән кейәүе Насибулла уларға күрше генә йәшәй. Өс ҡыҙ үҫтереп, юғары белем биреп, һәр береһенә туй яһағандар. Өйҙәренең иркенлеге, зауыҡлығы хайран итте. Клубтарынан да былайыраҡ! Хужабикә китапханала, хужа водитель, механизатор, совхозда идарасы булып эшләгән. Хужалыҡ тарҡала башлағас, үҙ эшеңде асырға кәрәктер тип, Насибулла алты күс һатып алған. Әле ихатаһындағы 80 умартаһында бал ҡорттары гөжләп тора.
Ғөмүмән, Сапыҡ өҫтөндә ҡорттар геүләүе туҡтамай. Кеше менән аҡыллы бөжәктәрҙең үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәүенең үҙ аңлатмаһы бар: ауылдың ыңғай энергетикаһы көслө, әҙәм балаларына ла, тереклеккә лә бында яҡшы.
Альбина Сәлимйән ҡыҙы ауылдаштарының һәр береһен хөрмәтләп телгә ала.
— Насибулла ағайҙарҙың йәнәшендәге йортта Сәғиҙә инәй Ибраһимова йәшәй. Бабайы менән өс бала үҫтергәндәр. Әле йорт нигеҙен һыуытмайынса, инәй ошонда тора. Яңғыҙы ҡалһа ла, ҡорт тота ул. Өйөнә инһәң, гөлдәренең күплеге хайран ҡалдыра. Бик тырыш, матур күңелле кеше, — тип хужабикәнең өйөнә әйҙәне.
Сәғиҙә инәйҙең йорто алдындағы мөһабәт ҡарағай ағасы, хужаһы урынына ҡалғанлығын күрһәтеп, күкрәк киреп ҡаршы алды. Ихатаһын йәм-йәшел бәпкә үләне баҫҡан йортҡа “торна” ҡоҙоғо ла айырым йәм өҫтәп тора. Үкенескә ҡаршы, сымыры ҡатын өйҙә булмай сыҡты.
Йорто алдында таяғына таянып ултырған инәй янында туҡталдыҡ.
— Ауылыбыҙҙа аят-доға уҡыған берҙән-бер инәйебеҙ ул, – тип таныштырҙы оҙатып йөрөүсем Маһинур Ибраһимова менән. – Ул да йәштән ҡорған өй нигеҙен һыуытмай һаҡлай.
— Ҡыҙҙарым үҙҙәренең янына саҡыра ла ул, тик үҙемде-үҙем хеҙмәтләндерә алған саҡта нигеҙемде ташлап китеү ҡайҙа. Күршеләрем, туғандарым килеп тора. Бына был киленебеҙ ҙә күңелһеҙләнергә ирек бирмәй беҙгә, — тип, Маһинур инәй юлдашымдың арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. – Аят-доғаларҙы ҡәрсәйемдән өйрәнеп ҡалғанмындыр инде – ул бер намаҙын да ҡалдырмай торғайны.
Альбина Сәлимйән ҡыҙының бейеме яңы мәсет эргәһендәге йортта йәшәй. Асыҡ йөҙлө хужабикә Тәһилә апай беҙҙе тупһаһына сығып ҡаршыланы. Ҡаланан ҡунаҡҡа ҡыҙы, ейәнсәре менән бүләсәре килгән.
Өй түрендәге стенала – фотоһүрәттәр.
— Бына был дүрт егет – бейемемдең улдары. Иң йәше, матрос формаһындағы, минең ирем Наил. Ҡайным менән бик матур йәшәгән улар. Балалары ла, үҙҙәренә оҡшап, булдыҡлы һәм аҡыллы. – Килене ауыҙынан шундай йылы һүҙҙәр ишетеү ҡыуаныс түгелме ни?!
— Ошондай күркәм холоҡло инәйҙәргә арнап, “Йорт нигеҙен тоғро һаҡлаусылар” тигән стенд эшләп, клубҡа элдек. Йәштәр өсөн үрнәк бит улар, – тип, Альбина Сәлимйән ҡыҙы клубҡа әйҙәне.

Йәштәрҙең тормошо — йәштәрсә

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында хасил булған Йәштәр урамын, Үҙәк урамды гиҙеп сыҡҡандан һуң, икенсе остан уңға тартылдыҡ.
— Был урамды Оторван тип йөрөтәләр. Мәғәнәһенән аңлашылыуынса, йәнәһе, Үҙәк урамдан өҙөлгәндәр йәшәй бында, — тип аңлатты юлдашым. – Ана, иң остағы йәшел ҡыйыҡлы өй — Миләүшә менән Рәсүл Ишбаевтарҙыҡы. Ҡатыны – уҡытыусы, ире – мәктәп ҡаҙанлығында оператор. Бик әүҙем улар, ауылда үткәрелгән һәр сарала теләп ҡатнашалар. Ике балалары бар. Миләүшә — уңған, итәғәтле ҡатын. Ун йылдан ашыу бейеме менән, барыбыҙҙы һоҡландырып, бик татыу донъя көтә. Йорт төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан ярҙам күрһәтелде – 750 мең һумлыҡ субсидия алдылар.
Эйе, йорттары – сынъяһау. Стеналары тыштан аҡ профнастил менән көпләнгән, евротәҙрәләр, ишектәр ҡуйылған өйҙөң эсе лә иҫ китерлек: газы, санузелы үткәрелгән, йыһаздары – өр-яңы. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһы ла заманса, йәштәрсә. Бына бит, тырыш кеше ауылда ла ҡалалағынан кәм йәшәмәй.
8-10 йәштәрҙәге ике ҡыҙ һәм бер малай компьютер алдында ултырған ерҙәренән, беҙ ингәс, тиҙ генә тышҡа сығып һыҙҙылар.
— Мал-тыуарыбыҙҙы һатып, өйҙө биш йыл элек һала башлағайныҡ. Ярай әле, дәүләт ярҙам итте, юғиһә, төҙөлөштөң осо-ҡырыйы ла күренмәй ине, — тип, ғаиләһенең хәл-әхүәле менән таныштырҙы йәш уҡытыусы. – Яйлап мал һанын тергеҙеп киләбеҙ...
Ихатала йүгереп уйнаған балаларға аҡ кәзә бәрәстәре, көсөк тә килеп ҡушылып, сыр-сыу килеште. Шулай инде, балалы өй – бәхетле өй.

Бәйембәт байрамы

Сапыҡтарҙың маҡтанырға хаҡы бар. Күркәм шәхестәр сыҡҡан ауылдан – һәр береһен һанап китеп булмаҫ. Әхмәҙи Ибраһимовты ғына алайыҡ. Мәсет төҙөтөүҙән тыш, йыш ҡына Өфөнән артистарҙы алып ҡайтып, халыҡтың күңелен күреүсе лә ул икән.
— Йәш йырсылар Рәдиф Зарипов, Юнир Һағынбаев, Радик Юлъяҡшин – кемдәр генә килмәне беҙгә. Уларҙың һәр береһенә, шаяртып, "Сапыҡтың атҡаҙанған артисы" тигән исем бирҙек, — тип көлөштө Фәүриә Хәсәнова менән Альбина Ибраһимова. – Уҡытыусыларыбыҙ “Башҡортостан”, “Йәшлек” һәм башҡа гәзит-журналдарға әүҙем яҙыла. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә” йыйындарында, дини байрамдарҙа, район һабантуйында, ғөмүмән, һәммә сарала ихлас ҡатнаша. Борондан ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә лә ауыл активының әһәмиәте ҙур.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сапыҡтан 72 кеше фронтҡа киткән, шуларҙың 30-ы яу яланында һәләк булған. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәргә халыҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән. Тик әле ауылда бер генә ветеран да юҡ. Сапыҡтарҙың күңелендә батыр яугирҙәр, шанлы йылдар тормошо, йолалары ҡәҙерләп һаҡлана. Шуларҙың береһе – Бәйембәт байрамы.
— Беҙ үҫкәндә була торғайны был байрам. Ул май айында, йәғни сәсеү бөткәс, йәйге ҡыҙыу эштәр башланғанға тиклем һәр йомала Бәйембәт йылғаһы ярында (хәҙер ул йылғанан исеме генә ҡалды) үткәрелә торғайны. Нәҡ ошо байрамда тирә-яҡ ауылдарҙың йәштәре йыйылышып, танышыр, ахырҙа ҡауышыр ине. Бик матур сара ине ул, — тип һағынып хәтерләне 85 йәшлек Хөмәйрә апай Хөсәйенова. – Хәҙер ул онотолған инде. 90-сы йылдарҙа уны тергеҙергә тырышып та ҡаранылар, тик бөгөнгө йәштәр, беҙҙең кеүек, түңәрәккә баҫып, таҡмаҡтар әйтешеп, йырлап-бейейме һуң? Заман башҡа – заң башҡа...
Эйе, һәр быуындың үҙ йыры, үҙ көйө. Тарихҡа бай Сапыҡ ауылы халҡының да бөгөн үҙ яйы, үҙ мәшәҡәттәре, хәстәрлектәре. Өлкән быуын, ҡошсоҡтарын ояһынан осороп, тыныс ҡартлыҡ кисереп йәшәһә, урта быуын балаларын кеше итеү хаҡында хәстәрлек күрә. Йәштәргә килгәндә, минеңсә, Сапыҡтың уларҙы үҙенә тартыр көсө һәр заманда ла булған һәм әле лә бар.


Вернуться назад