Риүәйәттәр, сәсәндәр һәм ҡәләм оҫталары27.12.2011
Риүәйәттәр, сәсәндәр һәм ҡәләм оҫталарыБашҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы үҙенең 175 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә “2011 йылда Башҡортостанда иң яҡшы китапхана” тигән республика конкурсы еңеүселәре асыҡланды.
Был юлы гран-приға өс китапхананың (Өфө ҡалаһының балалар китапханаһы, Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондары) лайыҡ булыуы осраҡлы түгел, сөнки уларҙың барыһы ла бәйгегә етди әҙерләнгән — үҙенсәлекле ижади эштәр тәҡдим итеүе жюриға айырыуса оҡшаны.
“Өфө – үҙенсәлекле ҡала, беҙҙә иҫтәлекле урындар бихисап, – тип һөйләй төп бүләккә лайыҡ булыусыларҙың береһе, Өфө балалар китапханаһы директоры Әлфиә Юнысова. – Баш ҡала әҙиптәрҙең эҙҙәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Бынан тыш, легенда һәм риүәйәттәргә бәйле урындар ҙа бик күп. “Дәүләт циркы” туҡталышы алдында ҡуйылған ҡурайҙа уйнаусы малай һыны, Башҡортостан дәүләт аграр университеты янындағы һуҫарҙың уҫаҡҡа үрмәләүен күрһәткән һәйкәл, “Дим” биҫтәһендә Зөһрә ҡыҙҙың моңайып баҫып тороуын мәңгеләштергән сәнғәт әҫәре – шуға асыҡ миҫал. Бына ошолар беҙгә ҙур еңеү килтерҙе лә инде”.
Риүәйәттәр, сәсәндәр һәм ҡәләм оҫталарыӘбйәлил районының сәсәндәр менән дан тотоуы барыбыҙға ла мәғлүм. Әйтәйек, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Мөғәлләм Мирхәйҙәров һәм башҡалар әйтештә берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәгән. Әбйәлил районының үҙәкләштерелгән китапханаһы директоры Гөлсөм Хәкимованың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар райондан сыҡҡан һүҙ оҫталары тураһында тупланма әҙерләгән. Бәләкәй китапты уҡығандар Әбйәлилдә тыуған сәсәндәр хаҡында бай мәғлүмәткә эйә була. Шул иғтибарға лайыҡ: районда йәш быуындың һүҙ һөйләүгә маһирлығы ҡыуандыра, белем усаҡтарында был йүнәлештә эш эҙмә-эҙлекле алып барыла.
Стәрлебаштар ҡәләм оҫталарын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
– “Илһам шишмәләре” әҙәби түңәрәге күптән эшләй, ҡәләм тирбәтеүселәрҙең күплеге хайран итә, – ти Стәрлебаш районының үҙәкләштерелгән китапханаһы директоры Зөлфиә Фархшатова. – Журналистикала ҡәләмен шымартҡандар артабан әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға ихлас тотона. Райондың әҙәби картаһын төҙөү тәҡдимен әйткәс тә, хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотондо. Аҡ ҡағыҙға теркәй башлағас, шул асыҡланды: ижад әһелдәре һәр ауылда күп.


Вернуться назад