Эсәк-ҡарынды 1-1,5 сәғәт бешереп алғас, ит турағыс аша үткәрегеҙ. Ваҡ ҡына итеп турап, картуф ҡушығыҙ. Тоҙ, борос, һуған өҫтәгеҙ.
Ҡамыр өсөн ике йомортҡа, он, самалап тоҙ кәрәк. Ҡамыр баҫып, йәйеп, манты эшләгеҙ. Бешеп сыҡҡас, табынға ҡаймаҡ йәки майонез менән бирелә.