Ишембай ҡала суды “Лидер” күсемһеҙ милек агентлығының элекке директоры Ольга Кәримованы клиенттарының 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлауҙа ғәйепле тип таныны.
Асыҡланыуынса, 2009—2011 йылдарҙа Ольга Кәримова күсемһеҙ милекте һатҡанда аралашсы булараҡ клиенттары исеменән фатир һатып алыу-һатыу килешеүе төҙөгән һәм һатып алыусыларға тәғәйенләнгән аҡсаны үҙләштергән. Ул шул рәүешле алты гражданды алдаған.
Суд Кәримованы 5 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм аҡсаны хужаларына ҡайтартыу тураһында ҡарар сығарҙы. Хөкөм ителеүсе судта ғәйебен тулыһынса таныны.
Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте был хәлгә түбәндәге аңлатманы бирҙе:
“Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тарафынан тормошҡа ашырылған яңыртыу сәйәсәте ҡылынған енәйәт өсөн язанан ҡотолғоһоҙлоҡ принцибына ҡорола”.