Енәйәт һәм яза02.08.2013
Туғандарына ер өләшкән
Өфө районындағы Ҡыҙыл Яр ауыл биләмәһенең элекке башлығына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ул, вазифаһын файҙаланып, ялған документтар ярҙамында муниципаль милеккә ҡараған ер участкаларын үҙләштергән һәм туғандары исеменә яҙҙырған. Элекке етәксенең мутлығы арҡаһында муниципалитетҡа 80 мең һумға яҡын зыян килгән. Тәфтишселәр законһыҙ үҙләштереү һәм мутлашыу осраҡтары буйынса тикшереү алып бара. Һәр осраҡ өсөн енәйәтсегә 6 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Сит ил граждандары ниңә законды боҙа?
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы баш идаралығы Федераль миграция хеҙмәтенең республика идаралығы менән берлектә илгә законһыҙ ингән сит ил граждандарын тотоу маҡсатында сауҙа, төҙөлөш, сәнәғәт һәм етештереү предприятиеларына рейд үткәрҙе.
Ун көн дауам иткән махсус операция барышында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Белорет, Сибай, Баймаҡ, Бәләбәй ҡаларында һәм Шишмә ҡасабаһында меңдән ашыу сит ил гражданының документтары тикшерелгән. Һөҙөмтәлә 250-нән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланған, рөхсәтһеҙ эшләп йөрөүсе 25 мигрант тыуған иленә оҙатылған. Ғәйепләнеүселәргә ҡарата “Законһыҙ миграция ойоштороу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Пин-код сер булып ҡалһын
Нефтекама ҡалаһында йәшәгән бер ҡатын менән ҡыҙы таныш булмаған егеткә 150 мең һум аҡса “бүләк иткән”.
Ҡатындар ҡорған байрам табынына уларҙың туғандары менән бер егет килгән була. Ҡыҙ әсәһенең тыуған көнөнә ҙур бүләк эшләй: диванлыҡ аҡса бирә. Аҡсаны банк картаһынан алырға һәм үҙеңә оҡшаған диванды һайларға ғына кәрәк, ти. Шул саҡ отҡор ҡунаҡ мебель һайлай белеүен, ҡасандыр ошо өлкәлә эшләгәнен белдерә. Ҡатын оҙаҡ уйлап тормай, яңы танышын үҙе менән магазинға саҡыра. Диван һайланғас, банкоматтан бергә аҡса алалар. Егеткә дүрт һандан торған кодты ятлап алыуы ҡыйын булмай. Ҡатындарҙың бер ҡатлылығынан файҙаланып, егет картаны ҡулына төшөрә һәм унан 150 мең һум аҡса урлай.
Пин-код тураһында мәғлүмәтте башҡа бер кемгә лә әйтмәү тураһында банк хеҙмәткәрҙәре гел киҫәтә. Алдана күрмәгеҙ!