Асыҡлыҡ индерергә кәрәк02.08.2013
Район гәзиттәре Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә тейешле аҡса тураһында хәбәр баҫҡайны. Шуны юллап, Талбазылағы хәрби комиссариатҡа барҙым. Атайығыҙ һуғыш башланған көндә үлгән, тип хәбәр иттеләр. Йәнәһе, аҡсаға дәғүә итә алмайым. Башта шаярталар тип уйланым. Шунан үҙем эҙләнергә тотондом.

Күрше Яугилде ауылындағы китапханаға барып, “Хәтер” китабын уҡығас, аптыраным, сөнки, унда яҙылғанға ышанһаң, атайым Сәмиғулла Сәйфетдин улы Ғәббәсов, 1911 йылғы, Ғафури районының Ерек ауылынан, 1941 йылдың 22 июнендә үлгән. Ә бит ул һуғыштан ҡайтып, 1961 йылдың 27 апрелендә ауыр яраларҙан донъя ҡуйҙы. Атайымдың энеһе Фәйзулла, ике туған Маһира апайым әйтеүенсә, 1971 йылда эш буйынса район архивынан белешмә алған булған. Унда “Фәйзулла Ғәббәсов 1944 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғалды” тип яҙылғайны, ти. “Хәтер” китабында иһә ул 1941 йылдың декабрендә юғалған, тип теркәлгән. Атайымдың ағаһы Зәйнулла тураһында “Хәтер” китабында бөтөнләй мәғлүмәт юҡ. Ул да һуғышта йөрөп ҡайтып, оҙаҡ йылдар йәшәне.
Бына ошондай сетерекле хәлдәр бер беҙҙең генә ғаиләгә ҡағылмай, дәғүәне бик күп кешенән ишеттем. Ул “Хәтер” китабына дәлилдәрҙе ҡайҙан алып яҙҙылар икән? Ни өсөн, булмағанды ташҡа баҫып, һуғыш яугирҙәренең, уларҙың туғандарының, балаларының хәтерен ҡалдыралар?


Вернуться назад