Үҙегеҙҙе яҡларға өйрәнегеҙ02.08.2013
Республикала хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле ялыуҙар, дәғүәләр артыуын дауам итә. Уҙған ярты йылда Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһына 2465 граждан яҙма рәүештә мөрәжәғәт иткән. Был, үткән йылдағыға ҡарағанда, 15 процентҡа күберәк.
Ялыуҙарҙың күпселеге эш хаҡы түләүгә ҡағыла. Йыл башынан инспекция тарафынан ошондай 972 мөрәжәғәт тикшерелгән.
– Хеҙмәткәр эштән киткәндә тулы иҫәп-хисап яһалмауына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп. Эш хаҡын ваҡытында түләмәүгә бәйле дәғүәләр ҙә артты, – тип белдерҙе Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Андрей Цибизов. – Хеҙмәт килешеүе мәсьәләләре буйынса ялыуҙар кәмемәй, законһыҙ эштән бушатыу һәм хеҙмәт кенәгәһен бирмәү осраҡтары йышайҙы.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә дәғүәләрҙең меңдән ашыуы нигеҙле тип танылды һәм улар буйынса сара күрелде. 1025 кешегә 10,4 миллион һум күләмендә тотҡарланған түләүҙәр ҡайтарылды. 117 хеҙмәткәргә (күпселеге – ҡатын-ҡыҙ) социаль страховка буйынса ваҡытында түләнмәгән 1,7 миллион һум аҡса тапшырылды.
Эшсәндәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙған өсөн 207 етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, штраф күләме 668 мең һумдан ашты.
Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер осраҡта инспекторҙар, эш биреүсе менән хеҙмәткәр араһында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен раҫлаусы документтар булмау сәбәпле, дәғүәсегә ярҙам итә алмай.
— Кеше эшкә урынлашҡас, ҡулына яҙма хеҙмәт килешеүен алырға, хеҙмәт кенәгәһендә ҡасан эш башлағаны тураһында мәғлүмәттең теркәлгәнлеген белергә хоҡуҡлы. Эш биреүсе быны өс-биш көндән дә ҡалмайынса башҡарырға бурыслы. Бөтәгеҙҙе лә хеҙмәт килешеүен рәсмиләштермәйенсә эшкә тотонмағыҙ тип иҫкәрткем килә. Әгәр ҙә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен тейешенсә рәсмиләштерергә теләмәйҙәр икән, шунда уҡ беҙҙең инспекцияға мөрәжәғәт итегеҙ, – тип белдерҙе Андрей Цибизов.