Электр тәьминәтен тергеҙҙеләр02.08.2013
Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы, “Өфөводоканал” предприятиеһына ҡарата санкцияларын туҡтатып, электр энергияһын ҡайтанан бүлә башланы.
Компанияның рәсми белдереүендә әйтелгәнсә, яҡтар 216 миллион һумлыҡ бурысты түләү хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара. Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 23 июлдә предприятиеға электр бүлеү сикләнгәйне.
“Өфөводоканал” — торлаҡ-коммуналь өлкәлә Энергия һатыу компанияһына иң ҙур бурыслы ойошмаларҙың береһе. Бирәсәген түләү графигын үтәмәгән өсөн компания предприятиены энергия менән тәьмин итеүҙе сикләргә ҡарар итте. Иң элек автотранспорт цехына электр энергияһы биреү туҡтатылды. “Өфөводоканал”дан хәбәр итеүҙәренсә, Үҙәк һыу бүлеү селтәрҙәре идаралығы, автотранспорт һәм механика цехтары, арматура йүнәтеү участкаһы утһыҙ ҡалған. Предприятие етәкселеге бурыстың сәбәбен иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән тарифтарҙа күрә.